+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Ғинуар 2022, 14:20

Ауыл мәктәбендә инглиз теле дәресе бара.

Уҡытыусы: – Фәттәхов, әйтеп ебәр әле, инглиз телендә ишек нисек була? Фәттәхов: – Dwear. Уҡытыусы: – What eto da!

Ауыл мәктәбендә инглиз теле дәресе бара.
Ауыл мәктәбендә инглиз теле дәресе бара.

Директор, мәктәп баҫҡысының тотонғостары сәнскеле тимер менән уратылғанын күреп, хайран ҡала. Шаңҡыған хужаны күреп,  ҡарауылсы бабай      , ғәйепле төҫ менән:

– Балалар тотонғостан шыуып төшөргә әүәҫләнеп китте. Шул тиклем шәп тиҙлектә төшөп китәләр, имгәнеп, йә үлеп ҡуйырҙар, тип ҡурҡам.

– Сәнскеле тимерҙәрҙе шәп уйлап тапҡанһығыҙ,  хәҙер шыуыуҙан туҡтарҙар.

– Юҡ та! Туҡтауын туҡтамаҫтар, әҙерәк тиҙлектәрен кәметер, исмаһам!

 

Уҡытыусы Әлтәфте әрләй:

– Һин нимәшләп кисә уҡырға килмәнең?!

– Әсәйем салбарҙарымды йыуғайны.

– Шунан?

– Мин өйөгөҙ эргәһенән үтеп бара инем. Ҡараһам,  салбарығыҙ эленеп тора. Һеҙ ҙә мәктәпкә килмәҫһегеҙ, тип уйланым.

 

 

Ауыл мәктәбендә инглиз теле дәресе бара.

Уҡытыусы:

– Фәттәхов, әйтеп ебәр әле, инглиз телендә ишек нисек була?

Фәттәхов:

– Dwear.

Уҡытыусы:

– What eto da!

***

География дәресе. Уҡытыусы:

– Динар, Панама каналы тураһында нимәләр ишеттең?

– Бер нәмә лә. Беҙҙең телевизор ундай каналды тотмай.

***

– Атай, һине мәктәпкә саҡырталар.

– Ни өсөн?

– Яҙған иншаң уҡытыусыға оҡшаманы.

 

***

Дилә тәүге тапҡыр мәктәпкә уҡырға килә. Беренсе звонок бирә. Өйөнә ҡайтҡас:

– Ә дүшәмде көн тағы ла мәктәпкә барырға кәрәкме?

***

Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:

– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?

– Юҡ.

– Ә Ерәнсә сәсән менән?

– Юҡ.

– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?

– Юҡ.

– Сығырға мөмкин.

Сыҡҡас, ишек янында өймәлшеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:

– Ҡабул иттеләрме?

– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, - тигән була, ти.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: