+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Ғинуар 2022, 10:14

Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар!

Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар! Маладис, ҡыҙым! Иламағанһыңдыр ул? Юҡсы, улар мине ҡыуып етә алманылар ул.

Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар!
Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар!

Беренсе синыфҡа барған уҡыусынан ата-әсәһе:

  • Шунан, улым, беренсе көн оҡшанымы? – тип һорай.
  • Беренсееее? Иртәгә лә тағы шунда барырға тимәксегеҙме? – тип яуаплаған малай.

 

 

Биология дәресенән һуң синыфташтар һөйләшә:

  • Ишеттегеҙме, Айнур контроль эшенән “икеле” алған!
  • Ысынмы? Ә ниңә?
  • Күсергәне өсөн. Уҡытыусы уны үҙенең ҡабырғаларын һанап ултырған ваҡытта күреп ҡалған.

 

 

  • Доктор, минең улымдың күҙҙәре ҡылыйланып бара шикелле ул.
  • Ул тыумыштан шулай инеме?
  • Юҡ, дәрестә күршеһенән күсерә.

 

Уҡытыусы:

  • Әгәр һиңә дуҫың бер бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә бөтәһе нисәү була?
  • Туғыҙ.
  • Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Мин һиңә бер ҡарбуз бирәм, аҙаҡ икене, ә унан һуң тағы дүрт ҡарбуз бирәм икән ти. Һиндә бөтәһе нисә ҡарбуз була?
  • Һигеҙ.
  • Шулай булғас һуң! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ?
  • Туғыҙ шуууул, минең өйҙә берәү бар бит. Уны ҡайҙа итәйем?

 

 

Улы әсәһенә:

  • Минең мәктәпкә барғым килмәй! – тип мыжый икән.
  • Ниңә?
  • Әпәт Әхмәтов аяҡ саласаҡ, Ҡәҙершин рогатканан атасаҡ, ә теге хулиган Мәргәнов миңә китаптар ырғытасаҡ! Юууҡ, бармайым!
  • Былай булмай, улым. Беренсенән, һиңә 50 йәш тулды, ҙурһың инде. Икенсенән, һин – мәктәп директоры!

 

  • Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар!
  • Маладис, ҡыҙым! Иламағанһыңдыр ул?
  • Юҡсы, улар мине ҡыуып етә алманылар ул.

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: