+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Февраль 2022, 11:15

Егет кеше яратҡан ҡыҙын өс һүҙ менән ҡыуандырырға тейеш

Ҡыҙ егетенә үпкәләп: Егет кеше яратҡан ҡыҙын өс һүҙ менән ҡыуандырырға тейеш: яратам, һатып алам, барабыҙ! Егет: Ярай, улайһа. Ял итергә яратам, ҡармаҡ һатып алам да балыҡ тоторға барабыҙ!

Егет кеше яратҡан ҡыҙын өс һүҙ менән ҡыуандырырға тейеш
Егет кеше яратҡан ҡыҙын өс һүҙ менән ҡыуандырырға тейеш

Бер ҡыҙ туҡталышта илап ултыра. Үтеп барыусы кеше унан:

  • Һылыу, ниңә илайһың? – тип һораған.
  • Сумкамды урланылар!
  • Ҡуй инде, эсендә ҡиммәтле әйбер булғандыр инде?
  • Юҡ, унда бер ниндәй ҙә артыҡ нәмә юҡ ине.
  • Улай булғас ниңә балауыҙ һығаһың?
  • Сумкамда ғәләмәт шикелле бола ине, оят миңә, оят! – ти икән ҡыҙ тағы ла ҡысҡырыбыраҡ илап.

 

 

Ҡыҙ егетенә үпкәләп:

  • Егет кеше яратҡан ҡыҙын өс һүҙ менән ҡыуандырырға тейеш: яратам, һатып алам, барабыҙ!

Егет:

  • Ярай, улайһа. Ял итергә яратам, ҡармаҡ һатып алам да балыҡ тоторға барабыҙ!
  •  

Телефонға яңы көй ҡуйып алдым әле – Башҡортостандың гимнын! Шулай бер мәл поликлиникала сиратта ултырһам, гимн уйнап ебәрҙе. Тора һалып, артҡы яҡ кеҫәмдән телефонымды алам тиһәм – ярты зал үрә тороп баҫҡан бит әй! Бына ҡайҙа икән ул илһөйәрҙәр!

 

 

Бер кеше баҙарҙан арзан ғына хаҡҡа тутыйғош күреп ҡалған. Уңайы сыҡҡанда алып ҡалайым әле тип, уны һатып алған. Бар әкәмәт өйгә ҡайтҡас башланған: тутыйғош әсе итеп ҡысҡыра, һүгенә, үҙен бик тәртипһеҙ тота икән. Аптыраған хужа ҡошто һыуытҡысҡа бикләп торорға булған – аҡылға ултырта йәнәһе. Бер заман һыуытҡыс эсендәге яман тауыштар тынып ҡалған. “Әһә, был тынысланды” – тип хужа һыуытҡыс ишеген асһа, өшөп суҡыштарын шыҡылдатып ултырған тутыйғош:

  • Хужам! Мин барыһын да аңланым. Башҡа бер ҡасан да һүгенмәм, әҙәпле булырмын. Тик миңә шуны ғына аңлат әле: бынау тауыҡ ниндәй эш боҙҙо? – тип тауыҡ түшкәһенә төртөп күрһәтә икән.
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: