1 сентябрь. 1–се синыфта тәүге дәрес бара.
- Балалар, бына хәҙер һеҙ уҡыусы булдығыҙ. Дәрестә шым ғына ултырырға кәрәк. Әгәр ҙә берәй һорауығыҙ булһа – ҡул күтәрегеҙ.
Айнур шул саҡ ҡулын күтәрә.
- Берәй һорауың бар инеме, Айнур?
- Юҡ та, былай ғына һеҙ әйткәнде тикшереп ҡарарға булдым.
Булат мәктәптән кәйефе төшөп ҡайтып инә.
- Нимә, тағы “икеле” алдыңмы? – ти әсәһе.
- Алдым шул. Эх, ҡасан ғына пенсияға сығам инде, – ти улы, ауыр һулап.
Бер уҡыусы атаһы менән донъяның сәйәси картаһын ҡарап ултыра.
- Бына был – беҙҙең ил, – ти атай.
- О–һо, ҡайһылай ҙур ул! – ти улы.
Европаны ентекләп ҡарап сыҡҡас, малай атаһына:
- Атай, был ниндәй бәләкәй генә ил ул?– тип һорай.
- Был – Германия.
- Атай, ә Гитлер беҙгә һуғыш асыр алдынан был картаны күрмәнеме икән ни?! – ти икән малай ғәжәпләнеп.
Уҡыусылар тарих музейына экскурсияға барған. Боронғо Египт фирғәүененең мумияһы алдында ике малай гәп һата:
– Ҡара әле, бөтөн тәнен бинт менән урағандар.
– Шулай шул. Боронғо Египет хулигандары ныҡ туҡмағандарҙыр инде быны.
Тик уҡыусы менән талип ҡына “Сәғәт нисә?” тигән һорауға “Тағы 15 минут ҡалды” тип яуап бирә.