-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Март 2022, 11:10

Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй

Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорай ҡуя: – Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ултырғанһыңдыр ул?

Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй
Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй

Әсәһе улын:

– “Бишле” билдәһе ал, – тип мәктәпкә оҙата. – өс бишле алһаң, бер шикалат алып бирәм, – тигән әсәһе. Малай “икеле” билдәһе менән ҡайтып инә, әсәһе:

– Йә, улым, “бишле” алдыңмы?

– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым, – тип яуаплаған улы.

 

***

Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорай ҡуя:

– Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ултырғанһыңдыр ул?

 

***

– Балалар ә хәҙер дәррәү генә смартфондарҙы алабыҙ ҙа, Инстаграмға кереп, мәктәп директорының яңы фотоһына “лайыҡ” ҡуябыҙ.

 

***

– Балалар, бөгөн контроль эш яҙабыҙ.

– Ә калькулятор ҡулланһаҡ буламы?

– Була.

– Ә ҡабатлау таблицаһын?

– Мөмкин, мөмкин.  Ярай, тынысландыҡ, контроль эштең темаһын яҙабыҙ: “Бөйөк Ватан һуғышында партизандар отрядтары”. 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: