+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
15 Март 2022, 09:18

Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбенең “Аҡ ҡауырһын” ижади түңәрәгенә йөрөүсе Сәйфетдинова Илһөйәрҙән көләмәстәр

Минең атайым әсәйемә әйтә: - Хикмәтле пакет йәки ун мең аҡса, шуның берәйһен һайла! - Мин хикмәтле пакет һайлайым,- ти әсәйем. Әсәйем асып ҡараһаа, унда илле генә һум аҡса ятҡан. Әсәй шунан һуң : -Эээх!-тине лә, шул минутта уҡ ун мең аҡсаны тиҙ генә эләктереп ҡасты. Атайым ауыҙ асып торҙо ла ҡалды.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбенең “Аҡ ҡауырһын” ижади түңәрәгенә йөрөүсе Сәйфетдинова Илһөйәрҙән көләмәстәр
Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбенең “Аҡ ҡауырһын” ижади түңәрәгенә йөрөүсе Сәйфетдинова Илһөйәрҙән көләмәстәр

Әсәйем менән атайым йоҡлап ятҡанда,атайым төшөндә ” Карина, Карина”, - тип һөйләнә икән. Әсәйем тертләп уянып торған да: - Ниндәй Карина менән һаташаһың унда, ә? –тей икән йәне көйөп .

Атайым күҙен тырнап асҡас, әсәйемә:

- Ҡара ле, ҡәҙерлем, мин үҙемде төшөмдә Радий Хабиров икән тип күрҙем,-тигән.

###

Мин олатайҙарға килдем. Олатай:

-Ҡыҙым, миңә ҡара икмәк кенә алып ҡайт әле,- тине.

Мин йүгереп магазинға сығып китеп бара инем,ул:

— Көтөп тор әле, мә ,аҡса йөҙ һум, - тип аҡса бирҙе. Мин йүгереп сығып киттем.Мин магазиндан кәрәкле нәмәләрҙе алдым. Ҡайтып инһәм ,олатай йөн ойоҡ эҙләп йөрөй, бер парын икәүләшеп таба алмай йонсоноҡ.Шунан олатай:

— Ярай.. икенсе йөн ойоҡ кейермен , быны һалып торам да - тине. Олатай һыңар ойоғон сисәм тиһә, ҡараһа, икеһен дә бер яҡҡа кейгән булған. Үҙе ныыҡ аптыраны .Ә мин рәхәтләнеп көлдөм..

Сәйфетдинова Илһөйәр.(Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең бишенсе класс уҡыусыһы)

Автор:Илһөйәр Сәйфетдинова
Читайте нас: