+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
20 Март 2022, 15:00

Балалар, донъялағы иң ялҡау хайуан – кем?

- Балалар, донъялағы иң ялҡау хайуан – кем? - Йылан! - Ни өсөн? - Сөнки ул улытрғанда ла, йөрөгәндә лә, хатта ашағанда ла ята!

Балалар, донъялағы иң ялҡау хайуан – кем?
Балалар, донъялағы иң ялҡау хайуан – кем?

- Балалар, “күренер-күренмәҫ” һүҙенең мәғәнәһен аңлатығыҙ әле.

- Апай, телефондың экраны насар эшләһә күренер-күренмәҫ була!

***

Синыф етәксеһе Инсафҡа шылтырата:

- Һин ни эшләп бөгөн дәрескә килмәнең?

- Мин ауырыйым, температурам 42 градусҡа тиклем менгән!

- Алдама, кешелә ундай тән температураһы булмай.

- Ни эшләп булмаһын ти? Иртән әсәйем үлсәп ҡарағайны, 36 ла 6 тине.  

***

Балаларҙың диктанттарын тикшереп, уҡытыусы таратып сыға.

Марат шул саҡ:

- Ғәфү итегеҙ, һеҙ бынауында нимә тип яҙғанһығыҙ ул? – тип һорай.

- Аңлайышлы итеп яҙ, тип яҙылған унда, - ти уҡытыусы.

***

- Балалар, донъялағы иң ялҡау хайуан – кем?

- Йылан!

- Ни өсөн?

- Сөнки ул улытрғанда ла, йөрөгәндә лә, хатта ашағанда ла ята!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: