+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Март 2022, 11:34

Көләмәстәр

Рәмил мәктәптән ҡайтып ингән дә, ата-әсәһенә өндәшә: - Белмәйем, синыф етәксем нимәгеҙҙе шул хәтлем оҡшатҡандыр ул... Иртәгә лә һеҙҙе күргеһе килә!

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Автобуста кондуктор тәмле итеп өрөк ашап әбей менән һөйләшеп китеп бара ти.

Кондуктор әбейгә:

  • Нишләп әбей миңә көндә өрөк алып киләһегеҙ, ни өсөн үҙегеҙ ашамайһығыҙ?
  • Эй, ашар инем дә ул балам, тешем юҡ шул шуға күрә өрөктөң тышындағы кәнфитен генә һурам ...

 

Уҡытыусы балаға һорау бирә:

  • Айрат, ниндәй предмет – һинең иң яратҡаны?
  • Айфон...

 

Уҡытыусы насар уҡыған уҡыусыны шелтәләй:

  • Ҡара һин уны! Әгәр ҙә көн дә мәктәпктән “икеле”ләр ташый башлаһаң, атайыңдың сәсе ағарыр!
  • Борсолмағыҙ, атайым күптән пеләш инде.

 

Синыф етәксеһе Инсафҡа шылтырата:

  • Һин ни эшләп бөгөн дәрескә килмәнең?
  • Мин ауырыйым, температурам 42 градусҡа тиклем менгән!
  • Алдама, кешелә ундай тән температураһы булмай.
  • Ни эшләп булмаһын ти? Иртән әсәйем үлсәп ҡарағайны, 36 ла 6 тине. 

 

Рәмил мәктәптән ҡайтып ингән дә, ата-әсәһенә өндәшә:

- Белмәйем, синыф етәксем нимәгеҙҙе шул хәтлем оҡшатҡандыр ул... Иртәгә лә һеҙҙе күргеһе килә!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: