+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Апрель 2022, 12:00

Өләсәй, Мадагаскар нимә була, беләһеңме?

Асманға биш йәш: – Өләсәй, Мадагаскар нимә була, беләһеңме? – Ә нимә була? – Уйын ул, белгең килһә. Тағын йәнһүрәт тә бар.

Өләсәй, Мадагаскар нимә була, беләһеңме?
Өләсәй, Мадагаскар нимә була, беләһеңме?

Шәрифәгә өс йәш. Уны күҙен тикшертергә тип табипҡа алып баралар. Табип ҡыҙыҡайға таблицалағы һүрәттәрҙе төртөп күрһәтә.

Шәрифә атты, самолетты әйтә. Әтәсте күрһәткәс, табипҡа:

– Хатта әтәсте лә белмәйһеңме?! – ти, табипҡа, асыулы ғына тауыш менән.

 

* * *

Асманға биш йәш:

– Өләсәй, Мадагаскар нимә була, беләһеңме?

– Ә нимә була?

– Уйын ул, белгең килһә. Тағын йәнһүрәт тә бар.

 

* * *

Бер бабай әбейенән һорай ти:

– Әбей, һиңә 8 мартҡа нимә әпирәйем? Әбейе әйтә ти:

– Эй, бабай, миңә хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй инде, ашарымды ашағанмын, кейеремде кейгәнмен. Һин лучше миңә зыяраттан урын һатып алып ҡуй. Шулай тигәс, бабай зыяраттан урын алған, ти. Икенсе йылы 8 март килеп еткән икән, бабай ләм – мим ти бүләк тураһында. Әбей көткән-көткән дә иркәләнеп кенә һорай ҡуйған ти:

– Баба-а-ай, һин быйыл миңә байрамға бүләк апирмәйеңме әллә? Бабай:

– Юҡ! Былтырғы бүләгеңде тотонманың әле, какуй һиңә бүләк!?

 

* * *

Ҡатын-ҡыҙҙар операһы бара. Ошо мәл сәхнәгә, аҙашып йөрөгән, бер сысҡан йүгереп сыға.

Әртистәрҙең күмәкләшеп, ныҡ ҡурҡып ҡысҡырыуынан, залда ултырған ике мең тамашасының ҡолағы һаңғыраулана яҙа.

 

* * *

Нисә йыл инде ошо атайыңды тәрбиәләйем! Әммә һаман да тәртипкә өйрәтә алмайым – аҡса янсығын һәр ваҡыт төрлө урынға йәшертеп ыҙалай... – тип зарлана икән әсәһе.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: