+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
17 Апрель 2022, 12:00

Миңә бер яғымлы ғына, йылы һүҙ әйт әле?!

Ҡыҙ егеткә: – Миңә бер яғымлы ғына, йылы һүҙ әйт әле?!. – Бесәй балаһы! – Бик аҙ бит... – Улайһа... батарейка өҫтөндә йылынып ятҡан бесәй балаһы…

Миңә бер яғымлы ғына, йылы һүҙ әйт әле?!
Миңә бер яғымлы ғына, йылы һүҙ әйт әле?!

8 март. Ҡыҙ егеткә:

– Миңә бер яғымлы ғына, йылы һүҙ әйт әле?!.

– Бесәй балаһы!

– Бик аҙ бит...

– Улайһа... батарейка өҫтөндә йылынып ятҡан бесәй балаһы…

 

* * *

Нисә йыл инде ошо атайыңды тәрбиәләйем! Әммә һаман да тәртипкә өйрәтә алмайым. Аҡса янсығын һәр ваҡыт төрлө урынға йәшертеп ыҙалай, – тип зарлана икән әсәһе.

 

* * *

Беренсе синыфта урыҫ теле дәресе бара. Уҡыусылар "Йәшелсәләр" темаһын үтә. Уҡытыусы ҡырҡ биш минут буйы тырышып тема аңлата: таҡтаға һүҙҙәрен дә яҙа, һүрәттәрен дә күрһәтә, йомаҡтар ҙа систерә. Бына дәрес аҙағына ла етә. Белгәндәрҙе нығытып, баһалау ниәтенән уҡытыусы Әхәттән:

– Шулай итеп, был нимә булды инде, – тип кишер,сөгөлдөр һүрәтенә төртөп күрһәтә. Тегеһе оҙаҡ уйлап тормай, белдекле ҡиәфәттә:

– Кишеру, сөгөлдөру (йәғни “ру”-ны ҡушҡас, урыҫса була, йәнәһе), – ти. Ошо көндән башлап, ауылда лаҡап киткән: аңламайыраҡ торған берәйһе булһа, кишеру,сөгөлдөру ти ҙә ҡуялар икән.

 

* * *

Өс йәшлек Ләләне өләсәһе һанарға өйрәтә:

– Әсәйең дүрт йомортҡа бешергән. Атайың өсәүһен ашаған. Нисә йомортҡа ҡалған? – Атайым ниңә миңә генә ҡалдырған, әсәйемә ҡалдырмаған? – тип Ләлә ер-һыу илап ебәргән.

 

* * *

Шәрифәгә өс йәш. Уны күҙен тикшертергә тип табипҡа алып баралар. Табип ҡыҙыҡайға таблицалағы һүрәттәрҙе төртөп күрһәтә.

Шәрифә атты, самолетты әйтә. Әтәсте күрһәткәс, табипҡа:

– Хатта әтәсте лә белмәйһеңме?! – ти, табипҡа, асыулы ғына тауыш менән.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: