+11 °С
Облачно
Көләмәстәр
30 Апреля 2022, 05:35

Көләмәстәр

– Атай, винтовка менән автомат араһында ниндәй айырма бар? – Бик ҙур, улым. Күҙ алдыңа килтер әле: мин нисек һөйләшәм дә әсәйең нисек һөйләшә.

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

Ҡыҙ егетенә үпкәләй: – Һаранһың һин, сыҡмайым кейәүгә. Мә, балдағыңды кире ал! – Мин һаран??? Ә ҡумтаһы ҡайҙа?

***

Айнур алтын балыҡ эләктергән.

— Йә, әйтә һал, өс теләгеңде үтәйем, — тигән балыҡ.

Балыҡсы:

— Имтиханһыҙ ғына юғары уҡыу йортона инергә, ҡалала фатир һәм машина булдыр, — тигән.

— Кредитҡамы, әллә бүлеп түләү шарты менәнме? — тип асыҡларға теләгән балыҡ:

Айнур оҙаҡ уйлап тормаған:

— Йә, һайла: бешерәйемме, әллә көнбағыш майына һалып ҡыҙҙырайыммы? — тигән.

***

Рөстәм балыҡ ҡармаҡлай икән. Эргәһенә Илгиз килеп һорай:

— Бөгөн һыу нисек, яҡшымы?

— Бик һәйбәт!  Балыҡтың хатта сыҡҡыһы ла килмәй!

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас