+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
15 Май 2022, 12:15

КЕСКӘЙҘӘР КӨЛДӨРӘ

Рәзилә Ырыҫҡужина ижады, кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡтары.

КЕСКӘЙҘӘР КӨЛДӨРӘ
КЕСКӘЙҘӘР КӨЛДӨРӘ

ИКЕ ҠОЯШ

Әмирҙең өс йәше тулыуға уның ҡустыһы тыуҙы. Гелән бер үҙе иғтибар үҙәгендә булып өйрәнгән малайға тәүҙә ауырыраҡ булды. Шулай ҙа ул үҙ ҡәҙерен ебәрмәҫкә тырышып, тамашалар ҡорманы. Түҙемлек менән еңде.

Шулай бер көн әсәһе бәләкәй Данилды яратып: «Ҡояшым минең», –тигәнде ишетеп ҡалды Әмир. Күп уйлап тормай, ипләп кенә әсәһе янына килде лә:

–Мин һинең ҡояшың да инде. Нишләп Данил да  ҡояш булып китте? –тип һорай ҡуйҙы.

–Һеҙ икегеҙ ҙә минең ҡояшым. Икегеҙҙе лә бер үк яратам, балаҡайым.

–Әсәй, һин ҡасан ике ҡояш күргәнең бар? Һауала ҡояш берәү генә, ана, ҡара… – тип бармағы менән тәҙрәгә төртөп күрһәтте лә, дөп-дөп баҫып бүлмәһенә инеп китте.

 

ҺЫ, ҠАЙҘА БУЛДЫ ИКӘН?..

Әсәһенең ҡолағындағы һырғаларҙы алмаш-тилмәш ентекләп ҡарап ултыра торғас, Данил:

- Ҡайҙан алдың? Ҡасан алдың? Нишләп бер ҡасан да сисмәйһең?- тип, бер тынала һорауҙар яуҙырҙы.

- Әлләсе, ҡайҙан, ҡасан алдым икән… Мин тыуғанда уҡ улар минең ҡолағымда бар ине, - тип шаярып ҡына яуап бирҙе әсәһе.

- Әсәй, мин тыуғанда, ҡулымда шәп кенә смартфон бар ине. Шул ҡайҙа булды икән? – тип һорап,  үтә етди ҡиәфәт менән әсәһенә ҡараны Данил.

 

КЕМДЕҢ КЕМЛЕГЕН БЕЛЕП ҠУЙЫҒЫҘ!

Балалар баҡсаһында икенсе төркөмгә күсерелгәс, Данил иларғамы, әллә үҙен шәп егет итеп күрһәтергәме, тип уйлап ҡына торғанында, уның янына йылмайсыҡ ҡына малай йүгереп килде. Һаулыҡ һорашҡан булды. Тәрбиәле икән. Тик уның телен Данил аңламаны. Шуға тиҙ генә дилбегәне үҙ ҡулына алырға булды ла, егеттәрсә ҡул һондо. Ә тегеһе ҡулын бирмәйсе. Данил бар ҡыйыулығын йыйып, бының терһәгенән эләктерҙе лә:

– Һаулыҡ һорашҡанда, ир кешеләр ҡул бирешә, – тип, ҡартатаһының һүҙҙәрен әйтте.

Үсекмәне, йылмайсыҡ малай, ауыҙын йырып ҡуйҙы. Данилға шул ғына кәрәк ине, тимәк, быны үҙ арбаңа ултыртырға була.

– Һин урыҫса һөйләшәһеңме?

“Эйе”, - тигәнде аңлатып, малай баш һелкте.

– Мин һине хәҙер башҡортсаға өйрәтәм. Ҡурҡма, ауыр түгел. Мин – Данил. Ә башҡортсаһы –“ағай”, була. Һин миңә “ағай”, тиһәң, һин башҡортса әйткән булаһың. Ә “Данил” тиһәң, ул русса була. Пунил?

Теге малай күҙҙәрен сылт-сылт йомоп ҡуйҙы.

– Һинең исемең кем?

– Марат.

– Мин һиңә, “Марат”, тиһәм, ул русса була. Уның башҡортсаһы – “ҡустым”. Йәме?! – тип, дүрт йәшлек Данил тиҙ генә кемдең кемлеген аңлатып бирҙе.

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: