

Егет ҡыҙына телефондан СМС-хәбәр яҙа:
– Ҡәҙерлем, шылтыратам, ә һин телефоныңды алмайһың?
Яуап:
– Телефонымды бөгөн өйҙә онотоп ҡалдырғаным...
ххх
–Атай, диалог нимә була ул?
– Ике кешенең һөйләшеүе – диалог тип атала, улым.
– Ә әсәйем менән һөйләшкәндә диалог буламы?
– Юҡ, ул – монолог була...
Хх
Бер көндө атайым, әсәйемдең исеменә теркәлгән интернет буйынса, провайдерға шылтырата. Оператор, күрәһең “Исемегеҙ нисек?” тип һорағандыр инде. Атайым:
– Минең? Мәстүрә Рафиҡова, – тисе...