-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Август 2022, 13:00

–Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?

–Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы? –Белмәйем шул, Мәстүрә Юлай ҡыҙы, мин кисә йоҡларға иртәрәк ятҡайным...

–Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?
–Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?

–Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?

–Белмәйем шул, Мәстүрә Юлай ҡыҙы, мин кисә йоҡларға иртәрәк ятҡайным...

***

 

–Бөгөн кем таҡтаға сығып, яуап бирә, уға баһаны бер балға юғарыраҡ ҡуям.

– Мин, мин сығам! “3”-лө билдәһе ҡуя тороғоҙ...

***

 

Дүртенсе синыф уҡыусыһының “Мин һине яратам,” тип яҙған хаты ҡулына килеп эләккәс, синыф етәксеһе ныҡ асыулана:

–Нисек ундай хат яҙа алдың?! Выжданың бармы һинең, юҡмы?! Үҙеңдең хатаңды аңланыңмы инде хәҙер?

–Аңланым! Мин уға өйләнергә әҙер!..

***

 

Дүрт башланғыс синыф уҡыусыһы бер юлы дәрескә һуңлай. Уҡытыусы беренсе баланан һорай:

  • Һин нишләп дәрескә һуңланың?
  • Әсәйем сирләп китте, дауаханаға барып, уға дарыуҙар алып килдем.
  • Ә һин? – Уҡытыусы икенсе баланан һорай.
  • Беҙҙең сәғәт туҡтап торған булған икән...

Уҡытыусы өсөнсө баланан:

     – Ә һин һуң ниңә һуңланың?

     – Минең ныҡ башым ауыртты.

Шул ваҡытта дүртенсе бала аҡырып илап ебәрә. “Ниңә илайһың?” – тип аптырай уҡытыусы.

– Ниңә һуңлағаным икәнлегенә сәбәп таба алмайым. Улар барыһын да әйтеп бөттөләр...

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: