+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Август 2022, 13:00

Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?

–Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың? –Һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, “Байрамдарҙа өйгә эш бирелмәй,” тип. Минең иртәгә тыуған көнөм...

Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?
Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?

Уҡытыусы:

–Булат, әгәр ҙә һин артабан да шулай насар уҡыһаң, атайыңдың сәстәре ағарып бөтәсәк бит!

– Атайым ҡыуанасаҡ ҡына, юғиһә уның таҡыр башында бер бөртөк кенә лә сәсе юҡ!

***

 

–Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?

–Һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, “Байрамдарҙа өйгә эш бирелмәй,” тип. Минең иртәгә тыуған көнөм...

***

 

Тарих дәресендә.

–Фәрит, әйт әле, Бастилионы кем алған?

–Мин алманым.

–Иртәгә атайыңды директорға саҡыр!

Атаһы директорға килә. Директор эштең нимәлә икәнлеген аңлатып бирә.

Атаһы:

–Белмәйем инде, минең улым Бастилионы алдымы икән, юҡтырмы. Өйгә ул уны килтермәне...

“Бына шулай инде, алалар ҙа кире килтермәйҙәр, ” – тип, үҙенсә генә уйлай мәктәп директоры.

***

 

–Балалар! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, кемдәр “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый, улар ожмахҡа эләгә. Ә “2” һәм “3”-кә уҡыусылар – тамуҡҡа!

–Гөлбаныу Зәки ҡыҙы, ә мәктәпте тере килеш тамамлап булмаймы һуң?

  ***

 

Башланғыс синыфтарҙа малайҙар ҡыҙҙарҙың башын портфель менән һуғалар ҙа, аҙаҡтан аптырап йөрөйҙәр: нишләп матур ҡыҙҙар барыһы ла алйот була икән, тип.

 

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: