+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
4 Сентябрь 2022, 15:15

Йәкшәмбе көләмәстәре

- Улым, һин ошо мәктәптә уҡыйһыңмы? - Эйе, атай! - Бынан егерме йыл элек мин дә бында уҡыным! Дауамы:

Йәкшәмбе көләмәстәре
Йәкшәмбе көләмәстәре

Кәбир атаһы менән мәктәп янынан үтеп бара:

- Улым, һин ошо мәктәптә уҡыйһыңмы?

- Эйе, атай!

- Бынан егерме йыл элек мин дә бында уҡыным!

- Директорҙың "Бындай диуананы был мәктәптә егерме йыл күргәнем юҡ ине!" тигәндә кемде күҙ уңында тотҡанын аңланым инде хәҙер, атай...

 

***

Бер ветеран бабай һуғыш йылдарын һөйләп ултыра, ти, балаларға.

– Бер ваҡыт, балалар, мин беръюлы өс йөҙҙән ашыу һалдытты сафтан сығарҙым!

– Бабай, һеҙгә бының өсөн миҙал бирҙеләрме?

– Юҡ. Ул саҡта мин уҡытыу-өйрәтеү лагерында ашнаҡсы булып ҡына хеҙмәт итә инем...

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: