-3 °С
Облачно
Көләмәстәр
6 Сентября 2022, 10:34

Йоҡо! Йоҡо!

Заказ бирҙем дә, машина килгәнсе тип, башымды тағы ла мендәргә терәнем. Тағы ла йоҡлағанмын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йоҡо! Йоҡо!Йоҡо! Йоҡо!
Йоҡо! Йоҡо!

Концертҡа билет алғайным. Көн һыуытып ебәргәс, такси саҡырттым. Ул килгәнсе башымды диванға терәп торғайным, йоҡлағанмын да кит­кәнмен. Бер сәғәт үткән... Тағы шылтыратам:
– Мин такси саҡыртҡайным. Уны көткән арала йоҡлағанмын да ҡуй­ғанмын. Яңынан машина ебәрегеҙ инде?!.
– Ярай, беҙҙең шылтыратҡанды көтөгөҙ.

Заказ бирҙем дә, машина килгәнсе тип, башымды тағы ла мендәргә терәнем. Тағы ла йоҡлағанмын. Йәнә таксиға шылтыратам. Заказдар ҡабул итеүсе ҡыҙ рәхәтләнеп көлә:
– Өйөгөҙ янында һеҙҙе шул уҡ машина көтә. Сыҡҡанығыҙҙы көтөп ултыра торғас, водитель дә ҡаты йоҡлаған.

 

Йоҡо! Йоҡо!
Йоҡо! Йоҡо!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас