+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Сентябрь 2022, 10:10

Шәмбе көләмәстәре

2 сентябрь, тәүге дәрес башланып тора. Уҡытыусы: — Тағы һорауҙарығыҙ бармы, балалар? —  Ә каникул ҡасан башлана?

Шәмбе көләмәстәре
Шәмбе көләмәстәре

Кескәй Илүзәнең аяғын бесәйҙәре килеп ялап алды.

—  Әсәй, йәһәтерәк бесәйгә тәмлекәс бир, әтеү мине ашай! – ти икән ҡыҙсыҡ, иламһырап.

***

Чебурашка менән менән Колобок бәхәсләшеп китә. Һуғышыуға тиклем барып етә былар.

— Ҡара уны, ҡолағыма теймә! – ти Чебурашка.

— Һин дә минең башыма һуғып ҡуйма, - тигән Колобок.

***

Ғәзим уҡытыусыға өндәшә:

—  Айһылыу Илдусовна, кешене ҡылмаған ҡылығы өсөн әрләргә яраймы ул?

— Юҡ, әлбиттә!

— Ура! Шәп, улай булғас, әтеү мин өйгә эште эшләмәгәйнем.

***

Зooпapкта:

— Атай, анау горилла ҡалай ҡурҡыныс итеп ҡарап ултыра ул.

— Сеү, был – касса ғына әле.

***

2 сентябрь, тәүге дәрес башланып тора. Уҡытыусы:

— Тағы һорауҙарығыҙ бармы, балалар?

—  Ә каникул ҡасан башлана?

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: