-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
11 Сентябрь 2022, 10:10

Йәкшәмбе көләмәстәре

— Ни эшләп улай ваҡ итеп яҙаһың ул?- тип һорай икән уҡытыусы Илһамдан. — Гүзәл Ильясовна, Һеҙ хаталарҙы танымаһын өсөн шулай яҙам!

Йәкшәмбе көләмәстәре
Йәкшәмбе көләмәстәре

Психологтар фекеренсә, хәҙерге заманда үҫмерҙәрҙең проблемаларына уларҙың социаль селтәрҙәрҙә аҙ лайк йыйыуы сәбәпсе.

***

Йәштәрҙең һынамышы бар: әгәр ҙә ҡыш буйына асыҡ шайтанашыҡ менән йөрөһәң, яҙ тиҙерәк килә.

***

Ике үҫмер һөйләшә:

— Мин үҙемә татуировка эшләтергә булдым әле.

— Ата-әсәйең дән эләгә инде.

— Юҡсы, мин улар менән кәңәшләштем, ҡаршы килмәнеләр.

— Улай булғас, һиңә нимәгә ул татуировка?

***

— Ни эшләп улай ваҡ итеп яҙаһың ул?- тип һорай икән уҡытыусы Илһамдан.

— Гүзәл Ильясовна, Һеҙ хаталарҙы танымаһын өсөн шулай яҙам!

***

Балалар баҡсаһында тәрбиәсе балаларҙан һорай:

—  Ниндәй ҡошҡа оя кәрәкмәй?

— Кәкүккә!

— Ни өсөн?

—  Сөнки ул сәғәт эсендә йәшәй.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: