+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Сентябрь 2022, 13:05

Дүрт йәшлек Рәшит атаһынан һорай:

4 йәшлек Рәшит атаһынан һорай:- Атай, йәйгеһен ниңә йылға-күлдәр һайый ул?Атаһы, оҙаҡҡа бормай ғына:- Эҫе бит улым, балыҡтар һыуҙы күберәк эсә.

Дүрт йәшлек Рәшит атаһынан һорай:
Дүрт йәшлек Рәшит атаһынан һорай:

- Өләәәс, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым бит! - ти ейәне, йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
Нисек итеп, балаҡайым? - тип һорай әбей.
Врач килгәйне иртән, әәәй, ишекте асманым да ҡуйҙым!

***

Өләсәһе ҡаланан ҡайтҡан бүләсәһенә хәбәр һөйләй:
– Мин бик ҡарт инде... Мин бит хатта полиэтилен пакеттарҙы йыуып-киптергән заманаларҙы ла күргән кеше!

***

Уҡытыусы:
- Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
- Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…

***

Өлəсəəəй!
- Әү, балаҡайым?..
- Өлəс, ә ҡан тəмлеме ул?
- ??? Ҡайҙан белəйем улым...Ниңə ундай һорау биреп ҡуйҙың ул?
- Атайым əйтә, "Шул өләсең вииис ҡанды эсте!" тине...
- Атаң башһыҙ бит ул!!!
- Тоощно, ул да "Вис башымды кимерҙе!" тип тә әйтәйне шул...

***

Әсәй, һин ҡайҙа тыуғанһың?
– Өфөлә, улым.
– Ә атайым?
– Ул Мәскәүҙә.
– Ә мин ҡайҙа?
– Һин Волгоградта тыуҙың.
– Өсөбөҙ өс ҡалала тыуғанбыҙ, шулай ҙа бер-беребеҙҙе тапҡанбыҙ. Нисек шулай булды икән? – тип аптырай малай.

***

4 йәшлек Рәшит атаһынан һорай:
- Атай, йәйгеһен ниңә йылға-күлдәр һайая ул?
Атаһы, оҙаҡҡа бормай ғына:
- Эҫе бит улым, балыҡтар һыуҙы күберәк эсә.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: