+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Сентябрь 2022, 12:00

Йәкшәмбе көләмәстәре

Урыҫ теле дәресендә: - Зиннуров, һин ниндәй пристафкаларҙы беләһең? - Playstation3, Nintendo Wii, Xbox360...

Йәкшәмбе көләмәстәре
Йәкшәмбе көләмәстәре

Бер ир бармаҡтарын бөгә-бөгә, ғинуар, февраль, апрель, тип hанап, ҡышҡылыҡҡа малдарына бесән етерлекме-юҡмы икәнлеген тикшерә.

Быны ишетеп торған улы:

– Атай, hин бит мартты төшөрөп ҡалдырҙың, – ти.

Атаhы, бик ныҡ асыуланып, улының ҡолағынан эләктереп ала ла:

– Ҡыҫылмаhаң булмаймы ни? Бына хәҙер hинең арҡала малдарға ҡышҡылыҡҡа бесән етмәйәсәк, – ти.

***

Урыҫ теле дәресендә:

- Зиннуров, һин ниндәй пристафкаларҙы беләһең?

- Playstation3, Nintendo Wii, Xbox360...

***

Айыу хаҡлы ялға китер алдынан урманда тәртип булһын тип ҡуянды участковый итеп тәғәйенләгән, ти ))).
Беренсе көн нисектер тыныс ҡына үтеп киткән... Икенсе көн. Ҡуян яңы вазифала... Бына ҡорбан да килә! )). Төлкөнө тотоп алған да, елтерәтә, ти:
- Йә, төлкө! Тунды ҡайҙан сәлдерҙең! Дөрөҫөн генә һөйлә!!!
- Үҙемдеке! Тыумыштан кейеп йөрөйөм! - ти бахыр.
- Алдашааааһың! Ышанмайым мин һиңә, хәйләкәәәр! - ти ҙә, төлкөнө төрмәгә ябып ҡуя.
Күпмелер ваҡыт уҙғас төлкө янына ҡыр ҡаҙын индереп бикләй.
- Һине нимә өсөн бында тығып ҡуйҙылар?! - тип аптырай төлкө.
- Әәәй! Теге ҡылый шаша бит, ҡәһәрен! Ышанмай ҙа ҡуя... Йыл да йылы яҡҡа ниндәй аҡсаға осаһың тип бәйләнде!..

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: