+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
24 Сентябрь 2022, 13:05

Шәмбе көләмәстәре

Атай-әсәйем гел көнкүреш техникаһына ҡарата миңә ҡарағанда яҡшыраҡ мөнәсәбәттә булды. Иҫләйем, атайым һәр саҡ:— Тәәәк! Видикты һүндерәбеҙ, уға ял итергә кәрәк! - ти торғайны

Шәмбе көләмәстәре
Шәмбе көләмәстәре

Уҡытыусы математика дәресендә:
- Илгизәр, әгәр һиңә дуҫың ике бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә барыһы нисә бесәй балаһы була?
- Туғыҙ!
- Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Атайың һиңә ике ҡарбуз бирә, әсәйең ике ҡарбуз, ә өләсәйең тағы ла дүрт ҡарбуз бирә икән ти. Һиндә барыһы нисә ҡарбуз була?
- Һигеҙ.
- Һуң, шулай булғас! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ булды?
- Туғыҙ була инде... Өйҙә үҙемдең бер бесәй балаһы бар бит!.. Уны ҡайҙа итәйем?
***
- Зөлфиә апай, минең көндәлеккә “2”ле ҡуйығыҙ әле!..
- Ниңә һиңә икеле ҡуйырға тейешмен һуң әле, Заһит?!!
- Былай, атайым бер көндө "Әгәр икеле алып ҡайтһаң - күрмәгәнеңде күрһәтәсәкмен!" тигәйне...
***
- Әсәкәйем, 30 һум бирәле.
- Нимәгә ул һиңә, утыҙ һум!?
- Мин уны анау меҫкен генә инәйгә бирәм...
- Иии, нескә күңеллемде. Мә, утыҙ һум. Ә ҡайҙа ул меҫкен генә инәй?
- Анааа тора бит, туңдырма һатып
***
- һаумыһығыҙ, һеҙҙә "Һыйыр ҡанаты" тигән кәнфиттәр юҡмы һатыуҙа?
- Ахмаҡ һүҙ һөйләп йөрөмәгеҙ әле!..
- Ниңә ахмаҡ һүҙ, ти! “Ҡош һөтө” тигәне бар ҙа инде!!!
***
Ике күршеләш йәшәгән ҡатын һөйләшә. Беренсеһе:
– Ниңә һинең бесәйең йыуындырғанда шул хәтлем ҡысҡыра ул?
– Һинеке ҡысҡырмаймыни?
– Юҡ, бер тауышы сыҡмай...
– Ә һин уны нисек итеп һығаһың?
***
Ике мәктәп уҡыусыһы һөйләшә.
– Беҙ бөгөн анатомиянан контроль эш эшләнек. Сабирға ике сәпәне, уҡытыусы апай.
– Нимә өсөн!?
– Шпаргалка ҡулланғаны өсөн... Үҙенең ҡабырғаларын һанап ултырғанда уны уҡытыусы эләктерҙе

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: