+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Сентябрь 2022, 14:13

Нимә ул мөхәббәт?

Ауыҙында бер теше булмаһа ла өләсәйем олатайымды барыбер ярата. Ләйсән, 6 йәш. 

Нимә ул мөхәббәт?
Нимә ул мөхәббәт?

 

Нимә ул мөхәббәт?

Өләсәйемдең «артрит»ы ауыртып бөгөлә алмағас, аяҡ тырнағын буяй алмай яфаланды. Был эште уның өсөн олатайым эшләне, хатта уның да ҡулдарын «артрит» ауырттырһа ла. Мөхәббәт шулай була. Гөлдәр, 3 йәш

Бешкәс ҡаҙҙың тәмле боттарын әсәйем гел генә атайыма һала. Ә үҙе ҡанаттарын ашай. Илнур,6 йәш 

Бер ваҡытта ла ҡайғырма, мөхәббәтең һине барыбер эҙләп табасаҡ. Миңә биш йәш булғанда йәшенә торғайным, ә ҡыҙҙар мине барыбер эҙләп таба ине. Ильяс, 5 йәш

Балалар баҡсаһын йөрөп бөтәм дә үҙемә кәләш эҙләй башлайым. Сәлим, 4 йәш

Туй үткәреү өсөн 75 йәш иң шәбе! Эшкә йөрөмәйһең, ваҡыт күүүүп, өйҙә яратышып сәй эсеп кенә тик ултыраһың.  Әминә 6 йәш

Әгәр ҙә «свидание»ла был малай менән күңелһеҙ булһа, икенсе малайҙы саҡырырға кәрәк. Сөнки, Юлайым өйгә килеп, роботтар уйнап ултырһа ла, миңә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмай... Был ысын мөхәббәт... ой! Фирүзә, 6 йәш

Минең уйымса, ҡыҙҙар яңғыҙ булырға тейеш, ә малайҙар - өйләнгән. Уларҙың артынан кемдер йыйыштырып йөрөргә кәрәк бит... Зәлиә 7 йәш.

Институтта уҡығанда атайым әсәйемә дәрестәрен әҙерләшергә һораған. Әсәйем риза булған. Тиҙҙән әсәйем атайымдың уҡый белмәгән булып юрамал ҡыланғанын, уның ныҡ аҡыллы икәнлеген аңлап алған. Рәмилә 8 йәш

Әллеүүү, хатта башым ауыртып китте, мин әле бәләкәй генә, уның турала уйларға иртә...Ғәлиә 5 йәш

Ауыҙында бер теше булмаһа ла өләсәйем олатайымды барыбер ярата. Ләйсән, 6 йәш

Мөхәббәт ул – егеттәр күп итеп одеколон һөртә, ә ҡыҙҙар хушбый. Һәм улар осрашыуға килә. Шунда улар бер-береһен еҫкәйҙәр ҙә еҫкәйҙәр... Кәрим, 5 йәш

Апайымдың мине яратҡанын беләм, сөнки ул миңә үҙенең иҫке кейемдәрен бирә. Ә үҙенә ҡыйын булһа ла яңыларын алырға тура килә. Ләлә, 4 йәш

Ә бына магазинда ултырған апайҙар һаран, күберәк аҡса ярата. Бушҡа ғына бер нәмәне лә бирмәйҙәр... Илһам, 3 йәш.

Нимә булһын инде мөхәббәт... Атайымды эштән һағынып-һағынып көтәбеҙ бит әсәйем менән.... бына шул була мөхәббәт. Ильмира, 3 йәш 8 ай

Мин Асияға ғашиҡ булдым. Әсәһе менән балалар баҡсаһына килгән көндән бирле уны яратам. Бер уйынсығын да минән йәлләмәй. Мин дә уға киндер-сюрприздан сыҡҡан самолетымды бирҙем. Балалар баҡсаһына барғанда уға тип атап сәскәләр өҙәм. Тиҙҙән беҙ өйләнешәсәкбеҙ һәм минең өләсәйемдә йәшәйәсәкбеҙ. Асия сирләгәндә мин Гөлназға ғашиҡ булып торам. Айбулат, 4 йәш.

Нимә ул мөхәббәт?
Нимә ул мөхәббәт?
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: