+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
1 Октябрь 2022, 10:11

Шәмбе көләмәстәре

Атай, автомат менән винтовка араһында айырма ниндәй? – Ҙур, улым. Бына күҙ алдыңа килтер: мин нисек һөйләшәм дә әсәйең нисек...

Шәмбе көләмәстәре
Шәмбе көләмәстәре

Айнур, ни өсөн күрше ҡыҙҙан контроль эште күсерҙең?
– Ә ҡайҙан белдегеҙ, Фәнилә Марат ҡыҙы?
– Бишенсе һорауҙа Айгөл «белмәйем» тип яҙған, ә һин «мин дә» тигәнһең.

***

Ҡара әле,"не знаю" нисек тәржимә ителә?
- Белмәйем.
- Ээээххх, береһе лә белмәй..

***

Бер ҡыҙ автобуста китеп барғанда, телефоны шылтырата тей. Сумкаһынан телефонын тапмағас.
- Өйҙә ятып ҡалғандыр - тип әйтә тей.

***

Атай, автомат менән винтовка араһында айырма ниндәй?
Ҙур, улым. Бына күҙ алдыңа килтер: мин нисек һөйләшәм дә әсәйең нисек...

***

Тәнәфескә сыҡҡас, Гүзәл үҙенең синыфташына:
Һинең дәрестә ашап ултырғаныңды бер кем дә күрмәй, тип уйлайһыңмы? – ти.
Күрһендәр, мин бит улар­ға барыбер бирмәйем.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: