-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
2 Октябрь 2022, 10:10

Йәкшәмбе көләмәстәре

Тарих дәресе. Уҡытыу­сы Вилданға: – Һин ҡасандан бирле минең дәрестә булғаның юҡ? – Рим империяһы тар­ҡалғандан алып.

Йәкшәмбе көләмәстәре
Йәкшәмбе көләмәстәре

Әсәһе улына:-Айрат,кем кәнфитте ашаны?

-Өй эйәһе...

Мейестән тауыш:-Йәле,шыттырма!!!

***

Әссәәәй, эт һатып аләлеее!

- Башымды ҡатырма тинем! Алмайым!..

- Әсәәәәй тинем вит, аааал! Ҡарале ниндәй матууур ғына ул, аҡыллы ғына... Ааааал!

- Әйттем бит - алмайым! Ҡаҡшатма!

- Әсәәәәй, зззинһаааар өсөн генә, әсәәәй, ааааал!

- Изя, ҡаңғыртма мине! Бар, этеңде икенсе берәйһенә һат!..

***

Был тиклем дә насар һүҙҙе кемдән ишеттең һин?

Атайың да улайтып әйтмәй! - тип әрләй әсәһе 8 йәшлек Рәшитте.

- Ҡыш бабайҙан ишеттем!

- Алдашма!- Ыыыысссын! Фәнил уға ҡар менән бер бәргәйне ул шулай тине...

***

Тарих дәресе. Уҡытыу­сы Вилданға:

– Һин ҡасандан бирле минең дәрестә булғаның юҡ?

– Рим империяһы тар­ҡалғандан алып.

***

Таһир өйгә бирелгән мәсь­әләне сисә алмай ыҙалай. Аптырағас:

«Их, баш эшләмәй…» – тип ҡуя.Эргәһендәге ҡустыһы Фәтих, ҡыҙыҡһынып: «Ағай, башың да үҙең кеүек ялҡаумы әллә?» – тип һорай.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: