+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Декабрь 2022, 09:27

– Ҡышын себендәр ҡайҙа була икән?

– Ҡышын себендәр ҡайҙа була икән? – Белмәйем, әммә йәй көнө лә шулай юҡ булһындар ине ул.

– Ҡышын себендәр ҡайҙа була икән?
– Ҡышын себендәр ҡайҙа була икән?

Тарих дәресендәге Б.Э.Т. (беҙҙең эраға тиклем) тигән аббревиатура хәҙер был эпидемияға тиклем тип аңлатыла.

 

* * *

Каникулдың аҙаҡҡы көнөндәге иң популяр һорау: “Ә каникул ваҡытына ниндәй өйгә эш биргәйнеләр әле?”

 

* * *

Яңы йыл алдынан егетмен тигән егет өйгә шыршы ултыртырға, ҡапҡа алдында ҡарҙан ҡәлғә эшләргә һәм ҡыш бабай әүәләп ултыртырға тейеш.

 

* * *

– Ҡышын себендәр ҡайҙа була икән?

– Белмәйем, әммә йәй көнө лә шулай юҡ булһындар ине ул.

 

* * *

Чукча шаманға килгән дә һорай икән:

– Быйыл ҡыш ниндәй булыр икән?

Шаман, нисек яуап ҡайтарырға ла белмәй, уйға ҡала: йылы була тиһәң, чукча утын әҙерләмәйәсәк, шул сәбәпле, туңып үлеүе бар.

– Һыуыҡ була быйылғы ҡыш, – ти шаман, ултыра биргәс.

Чукча шунда уҡ урманға утынға йүгерә. Ә шаман, үҙенең яуабына икеләнеп, Хоҙайҙан һорарға була:

– Ҡыш һыуыҡ буламы, әллә йылымы?

Күктән уға яуап килә:

– Һыуыҡ була, әлбиттә! Ана, ҡара, чукча утынға елдереп китеп бара!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: