-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Ғинуар 2023, 10:05

Мәктәп мажаралары

Ата-әсәләр йы­йылы­шына китеп барған әсәһен улы туҡтата: – Иң мөһиме, әсәй, һин ун­да ишет­кән хәбәрҙәргә бер үк ышан­ма, йәме!

Мәктәп мажаралары
Мәктәп мажаралары

ОҘОН ТӘНӘФЕС

 

Мәктәп мажаралары

 

Дуҫтар! Һеҙҙән бик ҡыҙыҡлы, күңел­ле мәктәп мажаралары көтөп ҡалабыҙ!

Редакциянан

***

4-се синыфҡа етеп, тәүге тапҡыр “2” ал­дым! Оят! “Тәбиғәт­те өй­рәнеү” дәрес­леген онотҡан өсөн уҡытыусы туҙҙы ла кит­те! Ярай әле, өйөбөҙ мәктәп­кә яҡын: “икелем”де егеп, юр­т­тырып сығып кит­кәнем­де һиҙмәй ҙә ҡал­дым. Уның ҡара­уы, дәрескә кире кил­гәс, өйгә эш­те һөй­ләп, “5” ал­дым. Ул көн­дө мәңге онотмам: көн­дәлегемә бер юлы йәнәш тороп, “2” һәм “5” бил­дәләре ҡунаҡланы. Ҡалай уҡытыусыларҙың кәйефе аяҙлы-болот­ло көн һымаҡ үҙгәреп тора икән.

 

Ынйыҡай.

 

***

Синыфташым Гөлзифа менән “Кем күберәк “5” ала?” яры­шына аҙна һайын йомғаҡ яһайбыҙ. Ҡыҙҙар хәй­ләкәрерәк тә, бал­лы-тат­лы тел­ле лә шул: бөтә булған “5”-ләр уның көн­дәлегенә йүгерә, ә мин шәмбе һайын уға шоколад ташы­йым.

 

Илсур.

 

Инша яҙҙым ул­тырып

 

“Мостай Кәрим­дең “Ырғыт утыңды, Прометей!” әҫәре бик оҡшаны.”

“Анна Каренина поезд аҫтына ҡолағансы йәшәгән. Йәл­ләп ҡуйҙым үҙен: әҙерәк юл­ды ҡарап йөрөһә бул­май микән?”

“Пуш­кин­дан да бөҙрәрәк кеше бар икән. Ул минең дуҫым – Нияз.”

 

Унан, бынан, тегенән

 

Әсәй, Гөлсинә апайҙарға барһаҡ, сәй эсегеҙ тиһә: “Юҡ, юҡ, өйҙә эстек,” – тимә. Сәй эсеп ҡайтайыҡ уларҙа, өйҙәге кәнфит­тәр ял итһен!

(5 йәш­лек ҡыҙыҡай а­уыҙынан)

 

Ата-әсәһенең туй фотоларын ҡарап ул­тырған кескәй Сулпан:

– Бын­да мин ҡайҙа ул­? Ошо әсәйҙәр ҡайҙа барһалар ҙа, мине гел өйҙә ҡал­дырып китәләр. Ана бит, хат­та туйҙарына ла саҡыр­маған­дар, – тип һөй­ләнә икән.

 

Һеҙгә ағиҙел йылғаһын­дай оҙон ғүмер теләйем. Әй, юҡ, Ағиҙел йылғаһын­дай түгел, хат­та Һаҡмар йылғаһын­дай оҙон ғүмер теләйем!

(Тыуған көн ҡот­ла­уынан)

 

Башҡорт теле дәфтәренә уҡыусы “Бил­дәле эйәле һөй­ләм” төрө урынына яңылыш “Эйәле-бейәле һөй­ләм” тип яҙып ҡуйған. Йылҡы йылы шауҡымы тейгән­дер, ахыры.

 

Ҡытайға барып, ун­дағы халыҡтың һәр береһенән берәр һум йы­йған­да, кеҫәне тиш­мәҫ ине.

 

Көләмәстәр

 

Ата-әсәләр йы­йылы­шына китеп барған әсәһен улы туҡтата:

– Иң мөһиме, әсәй, һин ун­да ишет­кән хәбәрҙәргә бер үк ышан­ма, йәме!

 

***

– Был иншаны һиңә кем яҙып бирҙе, Илнур­?

– Бел­мәйем, тинем бит! Мин кисә ир­тә йоҡларға ят­тым!

 

***

Ғәҙел­дән һорайҙар:

– Һин ни эш­ләп бөгөн дәрескә һуңланың?

– Эй, әсәйем аҡсаһын юғал­тҡай­ны.

– Юғал­тһа ни, һуңларға тигән­ме әл­лә?

– Һуң мин бит аҡсала баҫып торҙом бит!

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: