+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Февраль 2023, 16:10

Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?

– Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы? – Белмәйем шул, Мәстүрә Юлай ҡыҙы, мин кисә йоҡларға иртәрәк ятҡайным...

Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?
Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?

– Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?

– Белмәйем шул, Мәстүрә Юлай ҡыҙы, мин кисә йоҡларға иртәрәк ятҡайным...

***

– Бөгөн кем таҡтаға сығып, яуап бирә, уға баһаны бер балға юғарыраҡ ҡуям.

– Мин, мин сығам! “3”-лө билдәһе ҡуя тороғоҙ...

***

Дүртенсе синыф уҡыусыһының “Мин һине яратам,” тип яҙған хаты ҡулына килеп эләккәс, синыф етәксеһе ныҡ асыулана:

–Нисек ундай хат яҙа алдың?! Выжданың бармы һинең, юҡмы?! Үҙеңдең хатаңды аңланыңмы инде хәҙер?

–Аңланым! Мин уға өйләнергә әҙер!..

***

Дүрт башланғыс синыф уҡыусыһы бер юлы дәрескә һуңлай. Уҡытыусы беренсе баланан һорай:

– Һин нишләп дәрескә һуңланың?

– Әсәйем сирләп китте, дауаханаға барып, уға дарыуҙар алып килдем.

– Ә һин? – Уҡытыусы икенсе баланан һорай.

– Беҙҙең сәғәт туҡтап торған булған икән...

Уҡытыусы өсөнсө баланан:

– Ә һин һуң ниңә һуңланың?

– Минең ныҡ башым ауыртты.

Шул ваҡытта дүртенсе бала аҡырып илап ебәрә. “Ниңә илайһың?” – тип аптырай уҡытыусы.

– Ниңә һуңлағаным икәнлегенә сәбәп таба алмайым. Улар барыһын да әйтеп бөттөләр…

***

Уҡытыусы:

– Булат, әгәр ҙә һин артабан да шулай насар уҡыһаң, атайыңдың сәстәре ағарып бөтәсәк бит!

– Атайым ҡыуанасаҡ ҡына, юғиһә уның таҡыр башында бер бөртөк кенә лә сәсе юҡ!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: