-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
19 Февраль 2023, 16:10

Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?

–Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың? –Һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, “Байрамдарҙа өйгә эш бирелмәй,” тип. Минең иртәгә тыуған көнөм...

Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?
Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?

–Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?

–Һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, “Байрамдарҙа өйгә эш бирелмәй,” тип. Минең иртәгә тыуған көнөм...

***

Тарих дәресендә.

– Фәрит, әйт әле, Бастилионы кем алған?

– Мин алманым.

– Иртәгә атайыңды директорға саҡыр!

Атаһы директорға килә. Директор эштең нимәлә икәнлеген аңлатып бирә.

Атаһы:

– Белмәйем инде, минең улым Бастилионы алдымы икән, юҡтырмы. Өйгә ул уны килтермәне...

“Бына шулай инде, алалар ҙа кире килтермәйҙәр”, – тип, үҙенсә генә уйлай ишек төбөндә иҙән йыуып йөрөүсе йыйыштырыусы апай.

***

–Балалар! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, кемдәр “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый, улар ожмахҡа эләгә. Ә “2” һәм “3”-кә уҡыусылар – тамуҡҡа!

–Гөлбаныу Зәки ҡыҙы, ә мәктәпте тере килеш тамамлап булмаймы һуң?

***

Өс йәшлек Ләләне өләсәһе һанарға өйрәтә:

– Әсәйең дүрт йомортҡа бешергән. Атайың өсәүһен ашаған. Нисә йомортҡа ҡалған? – Атайым ниңә миңә генә ҡалдырған, әсәйемә ҡалдырмаған? – тип Ләлә ер-һыу илап ебәргән.

***

Шәрифәгә өс йәш. Уны күҙен тикшертергә тип табипҡа алып баралар. Табип ҡыҙыҡайға таблицалағы һүрәттәрҙе төртөп күрһәтә.
Шәрифә атты, самолетты әйтә. Әтәсте күрһәткәс, табипҡа:
- Хатта әтәсте лә белмәйһеңме?! – ти, асыулы ғына тауыш менән.

***

Асманға биш йәш:
- Өләсәй, Мадагаскар нимә була, беләһеңме?
- Ә нимә була?
- Уйын ул, белгең килһә. Тағын йәнһүрәт тә бар.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: