+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
12 Март 2023, 12:00

Атаһы: - Улым, мәктәптә хәлдәр нисек, уҡып буламы?

Атаһы: -Улым, мәктәптә хәлдәр нисек, уҡып буламы? - Уҡытыусы үҙе лә йүнләп белмәй әле ул дәресте! Уҡыусыларҙан һорай ҙа һорай.

Атаһы: - Улым, мәктәптә хәлдәр нисек, уҡып буламы?
Атаһы: - Улым, мәктәптә хәлдәр нисек, уҡып буламы?

  Беренсе синыфҡа барған Артур мәктәптән ҡайтып инә. Өҫтө-башы бысранып, кейеме йыртылып бөткән.

- Нимә булды, улым? – тип һорай аптырауҙан атаһы.

- Таһир менән һуғыштыҡ!..

- Нишләп улай тәртип боҙоп йөрөйһөң һуң? Өр-яңы костюмыңдың ҡарарлыҡ ере юҡ... Яңынан алырға кәрәк буласаҡ...

- Нимә ул яңы костюм! – ти Артур ҡулын һелтәп. – Һин Таһирҙы күрһәң! Уның атаһына яңы малай һатып алырға тура киләсәк...

***

  Сығарылыш кисәһендә уҡыусы уҡытыусыға:

     -Һеҙҙең алда ғәйебемде танырға булдым. Мин бит ун бер йыл буйы бер контрль эшкә лә әҙерләнмәнем. Хәтерләйһегеҙме, партамда һәр ваҡыт япон иероглифтарынан сыбарланып бөткән пенал ята торғайны? Был шпаргалка ине. Япон телендә.

     - Япон телен ҡайҙан беләһең һуң?

      -Кис һайын, өйгә эш эшләйһе урынға, ошо телде өйрәндем. Юрамал, шпаргалка яһау өсөн генә.

     -Математика, тарих, химия, физика, әҙәбиәтте уҡыу анһатыраҡ түгел инеме?

    -Һеҙ нимә!? Ул фәндәр күпкә ҡатмарлы!

***

Атаһы:

-Улым, мәктәптә хәлдәр нисек, уҡып буламы?

- Уҡытыусы үҙе лә йүнләп белмәй әле ул дәресте! Уҡыусыларҙан һорай ҙа һорай.

 

һүрәт: ни өсөн крокодил оркестрҙа уйнамай

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: