+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Март 2023, 12:10

–Етте! Башҡаса мәктәбегеҙгә ике аяғымдын береһен баҫмайым! – ти

Беренсе синыфта уҡып йөрөгән малай, мәктәптән өйөнә ҡайтып керә лә: –Етте! Башҡаса мәктәбегеҙгә ике аяғымдын береһен баҫмайым! – ти. –Нишләп? – Ата-әсәһе аптырауға ҡала. –Уҡый белмәйем, яҙа белмәйем, ә һөйләшеп ултырырға рөхсәт итмәйҙәр.

–Етте! Башҡаса мәктәбегеҙгә ике аяғымдын береһен баҫмайым! – ти
–Етте! Башҡаса мәктәбегеҙгә ике аяғымдын береһен баҫмайым! – ти

Уҡытыусы:

– Әгәр мин һиңә тәүҙә бер ҡуян, аҙаҡтан тағы ла ике ҡуян, һуңынан тағы ла өсәүҙе бирһәм! Нисә ҡуяның була?

Уҡыусы:

–Ете!

Уҡытыусы:

–Иғтибар менән тыңла! Иң беренсе – бер, аҙаҡтан – ике, шунан тағы ла өс... Нисә?

–Уҡыусы:

–Ете!

Уҡытыусы:

–Тә-әк! Әйҙә, улай булғас, икенселәй һанайыҡ. Бер алмаға ҡушабыҙ ике алманы, ҡушабыҙ тағы ла өс алманы! Нисә була?

Уҡыусы:

–Алты!

–Ниһайәт! Ә бер ҡуян, ҡушабыҙ ике ҡуян, ҡушабыҙ өс ҡуян! Нисә?

Уҡыусы:

–Ете!

Уҡытыусы:

–Нишләп ете һуң?!!

Уҡыусы:

Сөнки, өйҙә минең тағы ла бер ҡуяным бар!

  •  

 

Биология дәресе бара. Уҡытыусы:

–Оморҙаҡов, әйтеп ебәр әле миңә йортта йәшәүсе дүрт  аяҡлы дуҫыңды!

– Минең карауатым!

 

 

Улы мәктәптән ҡайта ла, атаһына:

– Атай, бөгөн һинең турала инша яҙҙым әле.

–Ысынмы? Ниндәй темаға?

–Тема – “Минең өсөн өлгө булған кеше”.

Атаһы, шатланып:

–Бик хуп! Мине ҡыуандырҙың! Ә нимәләр яҙҙың?

–Көслө, аҡыллы, матур, ихтирамлы...

Атаһы:

–Улай тип уйлауыңа шатмын.

–Ысынында иһә, мин Аронольд Шварценеггерҙың фамилияһын нисек дөрөҫ итеп яҙырға белмәй ыҙаландым, Шварцнэгер, Шварценигыр, Швартснегр...

 

 

  • Атаһы улына: – Беҙ уҡыған заманда мәктәптә һаҡсы торманы, тәртип һағында иҙән йыуғысы тотоп ишек төбөндә йыйыштырыусы торҙо.
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: