+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
19 Март 2023, 12:10

– Бармағың менән төртөп күрһәт

– Минең компьютерым принтерҙы күрмәй. Мониторын да уға ҡаратып ҡуйҙым. Ә ул һаман, күрмәйем, тип яҙа. Нимә эшләргә икән? – Бармағың менән төртөп күрһәт.

– Бармағың менән төртөп күрһәт
– Бармағың менән төртөп күрһәт

–Егерме йылдан ашыу мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән апай 100 метр алыҫлыҡтан тороп хәрәкәт итеүсе сәпкә тейҙерә ала.

 

 

Балалар йәйге лагерҙә. Кис. Ләкин балалар йоҡларға йыйынмай: кем телефонда уйнай, кем хәбәр яҙыша, кем интернет селтәрендә гиҙә... Берәүҙең дә телефондан айырылғыһы килмәй. Тәрбиәсе бер-ике тапҡыр киҫәтә лә:

–Етте! Телефондарығыҙҙы йыйып бирегеҙ хәҙер үк! – ти.

Балалар теләр-теләмәҫ  телефондарын тәрбиәсегә бирергә мәжбүр була.

Таң алды. Тәрбиәсенең рәнйеүле хәлһеҙ тауыштары ишетелеп-ишетелеп ҡуя.

…Телефондарын тәрбиәсегә тапшырыр алдынан, балалар, төрлөһө төрлө ваҡытҡа будильник ҡуйып сыҡҡан икән: кемдер төнгө икегә, кемдер өскә, дүртенсе яртыға...

*   

Беренсе синыфта уҡып йөрөгән малай, мәктәптән өйөнә ҡайтып керә лә:

–Етте! Башҡаса мәктәбегеҙгә ике аяғымдын береһен баҫмайым! – ти.

–Нишләп? – Ата-әсәһе аптырауға ҡала.

–Уҡый белмәйем, яҙа белмәйем, ә һөйләшеп ултырырға рөхсәт итмәйҙәр.

*

Бабай Мәскәү күрергә баш ҡалаға килә. Үрыҫ телендә бер һүҙ белмәһә лә кеҫәһе тулы доллар, ти. Ҡала буйлап йөрөй торғас, ныҡ һыуһаған. Эх, самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы сәй эсергә ине, тип бер кафеға инеп киткән. Инһә, ҡап-ҡара негр  сәй яһап тора икән.

–Ун шәшке сәй, – ти бабай.

– Я Вас не понимаю, – ти негр.

– Ун шәшке сәй…

–Не понимаю.

Бабай 100 доллар аҡсаһын сығарып һала ла:

– Ун шәшке сәй, –тип ҡабатлай.

Негр:

–Әле генә бишбармаҡ бешеп сыҡты,  ҡоротлап һалып бирәйемме, бабай? -тимәһенме.

*

 

– Минең компьютерым принтерҙы күрмәй. Мониторын да уға ҡаратып ҡуйҙым. Ә ул һаман, күрмәйем, тип яҙа. Нимә эшләргә икән?

– Бармағың менән төртөп күрһәт.

 

*

Ял көндәре һәр ваҡыт шулай – уянһаң – ашағы килә, ашаһаң, йоҡо килә. Торһаң – тағы ла ашағы килә.

*

Ҡыҙ: –Сәләм хайуан!

Егет: –Нимәәә?

Ҡыҙ: –Бесәйкәйем, ҡуянҡайым, ҡолонсағым тип әйтергә теләгәйнем, шуға берләштереп кенә әйттем.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: