+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
15 Апрель 2023, 12:00

Палеонтология музейында бер бала

Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорай ҡуя: – Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ултырғанһыңдыр ул? Башҡа көләмәстәр:

Палеонтология музейында бер бала
Палеонтология музейында бер бала

Әсәһе улын:

– “Бишле” билдәһе ал, – тип мәктәпкә оҙата. – өс бишле алһаң, бер шикалат алып бирәм, – тигән әсәһе. Малай “икеле” билдәһе менән ҡайтып инә, әсәһе:

– Йә, улым, “бишле” алдыңмы?

– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым, – тип яуаплаған улы.

***

Петька менән иптәше аҡтарҙан ҡасып китеп баралар, ти. Улар тиҙ генә бер әбейҙең өйөнә инә. Иптәше карауат аҫтына баҫҡан , ә Петька шифонер өҫтөнә менеп барғанда , аҡтар килеп инә. Петька менеп өлгөрмәгәс,

– Эй, мин йәшенеп өлгөрмәнем дә инде, бар, сығып тороғоҙ! – тигән.

***

Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорай ҡуя:

– Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ултырғанһыңдыр ул?

***

– Балалар ә хәҙер дәррәү генә смартфондарҙы алабыҙ ҙа, Инстаграмға кереп, мәктәп директорының яңы фотоһына “лайыҡ” ҡуябыҙ.

– Балалар, бөгөн контроль эш яҙабыҙ.

– Ә калькулятор ҡулланһаҡ буламы?

– Була.

– Ә ҡабатлау таблицаһын?

– Мөмкин, мөмкин.  Ярай, тынысландыҡ, контроль эштең темаһын яҙабыҙ: “Бөйөк Ватан һуғышында партизандар отрядтары”. 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: