-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Апрель 2023, 12:00

- Айрат, ниндәй предмет – һинең иң яратҡаны?

Уҡытыусы балаға һорау бирә: - Айрат, ниндәй предмет – һинең иң яратҡаны?  - Айфон...

- Айрат, ниндәй предмет – һинең иң яратҡаны?
- Айрат, ниндәй предмет – һинең иң яратҡаны?

Уҡытыусы балаға һорау бирә:

- Айрат, ниндәй предмет – һинең иң яратҡаны?

 - Айфон...

***

Уҡытыусы насар уҡыған уҡыусыны шелтәләй:

- Ҡара һин уны! Әгәр ҙә көн дә мәктәпктән “икеле”ләр ташый башлаһаң, атайыңдың сәсе ағарыр!

- Борсолмағыҙ, атайым күптән пеләш инде.

***

- Балалар, “күренер-күренмәҫ” һүҙенең мәғәнәһен аңлатығыҙ әле.

- Апай, телефондың экраны насар эшләһә күренер-күренмәҫ була!

***

Синыф етәксеһе Инсафҡа шылтырата:

- Һин ни эшләп бөгөн дәрескә килмәнең?

- Мин ауырыйым, температурам 42 градусҡа тиклем менгән!

- Алдама, кешелә ундай тән температураһы булмай.

- Ни эшләп булмаһын ти? Иртән әсәйем үлсәп ҡарағайны, 36 ла 6 тине.  

***

Балаларҙың диктанттарын тикшереп, уҡытыусы таратып сыға.

Марат шул саҡ:

- Ғәфү итегеҙ, һеҙ бынауында нимә тип яҙғанһығыҙ ул? – тип һорай.

- Аңлайышлы итеп яҙ, тип яҙылған унда, - ти уҡытыусы.

***

- Балалар, донъялағы иң ялҡау хайуан – кем?

- Йылан!

- Ни өсөн?

- Сөнки ул улытрғанда ла, йөрөгәндә лә, хатта ашағанда ла ята!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: