– Атай, һине мәктәпкә саҡырталар.
– Ни өсөн?
– Яҙған иншаң уҡытыусыға оҡшаманы.
***
Дилә тәүге тапҡыр мәктәпкә уҡырға килә. Беренсе звонок бирә. Өйөнә ҡайтҡас:
– Ә дүшәмде көн тағы ла мәктәпкә барырға кәрәкме?
***
Директор, мәктәп баҫҡысының тотонғостары сәнскеле тимер менән уратылғанын күреп, хайран ҡала. Шаңҡыған хужаны күреп, ҡарауылсы бабай , ғәйепле төҫ менән:
– Балалар тотонғостан шыуып төшөргә әүәҫләнеп китте. Шул тиклем шәп тиҙлектә төшөп китәләр, имгәнеп, йә үлеп ҡуйырҙар, тип ҡурҡам.
– Сәнскеле тимерҙәрҙе шәп уйлап тапҡанһығыҙ, хәҙер шыуыуҙан туҡтарҙар.
– Юҡ та! Туҡтауын туҡтамаҫтар, әҙерәк тиҙлектәрен кәметер, исмаһам!