Беренсе синыф уҡыусыһы өйгә бик күңелһеҙ ҡайтып инә. Әсәһе:
– Нимә булды, тағы ла икеле алдыңмы? – тип һорай.
– Эйе, – ти улы, ауыр һулап, – миңә тиҙерәк пенсияға сыға һалырға кәрәк.
–Атай, ә ни өсөн беренсе сентябрҙә уҡытыусыларға бөтәһе лә сәскәләр бүләк итә?
– Бөгөн уларҙың байрамы икән тип уйлаһындар өсөн…
Атаһы беренсе синыфҡа барған улын уята:
– Улым, тор, дәрескә һуңлайһың…
– Ниңә? Мин бит мәктәпкә кисә генә барҙым!
– Атай, һеҙ уҡығанда бөтә “биш”ле һәм “дүртле”ләрҙе алып бөткәнһегеҙ, ә беҙгә “икеле”ләр, “өслө”ләр генә ҡалған… – Тип иламһыраған беренсе синыф уҡыусыһы Зәлиә.
Вәли мәктәптән ҡайтып инеү менән ата-әсәһенең беренсе һорауы:
– Ниндәй билдә алдың?
– “Дүртле”! – Тип яуап бирә Вәли.
– Ә ниңә “бишле” түгел?
– Беҙҙең бөгөн дүрт кенә дәрес булды бит.
Әсәһе улын мәктәптән ҡаршы ала:
– Һинең көндәлегеңде күрмәйемсе, улым...
– Көндәлегемде Ғәле алып торҙо, ата-әсәһенең ҡотон осорорға…
– Инглиз телендә һөйләшә беләһегеҙме?
– Һүҙлек менән генә. Кешеләр менән һөйләшергә әлегә оялам…
Ике студент аудиторияға инглиз теленән имтихан бирергә инә. Уҡытыусы:
– Sit down!
Беренсе студент икенсеһенә:
– Нимә ти ул?
– Ултыр, алйот, тине!
Уҡытыусы: – “Балалар, Максим Горький, пьесаһын "На дне" тип атап, нимә әйтергә теләне икән?” Уҡыусы: “Бәлки, "На дне рождения" тип?”