+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Сентябрь 2023, 15:05

Уҡытыусы: – Башҡортостанда иң көслө кейек нимә?

Уҡытыусы:– Башҡортостанда иң көслө кейек нимә?Уҡыусы:– Колхоз үгеҙе, әлбиттә.

Уҡытыусы: – Башҡортостанда иң көслө кейек нимә?
Уҡытыусы: – Башҡортостанда иң көслө кейек нимә?

Бабай, ауылдан килеп, Өфө буйлап троллейбуста елдерә икән.
– “Зәки Вәлиди” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.
– “Мостай Кәрим” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.
– “Мәжит Ғафури” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.
– “Төхфәт Йәнәби” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.
Килә торғас, бабай троллейбус йөрөтөүсенән һорай ҡуйған: “Улым, мин Барлыбай Дәүләтов, минең туҡталыш ҡасан булыр икән?”


* * *


Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан:
– Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була? – тип һораған.
– Тәнәфес ваҡыты, әлбиттә, – тип яуаплаған уҡыусы.


* * *


Уҡытыусы:
– Башҡортостанда иң көслө кейек нимә?
Уҡыусы:
– Колхоз үгеҙе, әлбиттә.


* * *


Әбей бабайына:
– Бабай, әйҙә, йәш саҡтарҙы иҫләп алайыҡ. Һин беҙҙең осраша торған урынға барып тор, ә мин һуңғараҡ яныңа килермен, – ти икән.
Бабай тыңлаусан ғына китә теге урынға. Бер сәғәт көтә, ике, өс, дүрт... Өшөп, төн еткәс ҡайтып керһә, әбейе... йоҡлап ята.
Иртән торғас, асыуланып, бабай әбейенә:
– Ниңә кисә килмәнең минең яныма?! – ти икән.
Әбей:
– Әсәйем сығарманы бит! – тип яуаплаған.


* * *


Илмираға биш йәш. Ҡарап тормай, аяғына ике төрлө ойоҡбаш кейә лә йөрөй. Әсәһе:
– Кеше күрһә, көлөр бит, ҡыҙ башың менән улай кейенеп йөрөмә, ишен табып кей, – ти икән.
– Аптырамаҫтар, заманаһы шулай бит, әсәй! – Тип, өләсәһенән ишетеп ҡалған һүҙҙе ҡул-ланып, яуап биргән ҡыҙыҡай.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: