+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
20 Сентябрь 2023, 15:23

"Энерджайзер"ҙы төлкөгә ҡуйһаң, нимә була?

.Балалар баҡсаһындағы бал-маскарадтан һын ҡатырғыс бер күренеш

"Энерджайзер"ҙы төлкөгә ҡуйһаң, нимә була?
"Энерджайзер"ҙы төлкөгә ҡуйһаң, нимә була?
Нишләп бесәҙәр төндә күрә?

- бесәйҙәр электр включательгә буйҙары етмәгәнгә
 

***

Заһит эттең ҡойороғынан эләктереп алған ине әсәһе ҡурҡышынан:

- Улым, ипләп, тешләп алмаһын!

Заһит:

- Ҡурҡма әсәй, эттәр ҡойороҡтары менән тешләй белмәй!
 

***
 

Уҡытыусы:

- Балалар, ни өсөн балыҡтар һөйләшә белмәй?

Заһит:

- Апай, ә һеҙ аквариумға башығыҙҙы тығып ошо һорауҙы биреп ҡараһағыҙ, аңларһығыҙ...
 

***
 

Эт менән бесәй осрашҡан ти. Бесәй эт булып өрә башлаған. Эт:

- Нимә эшләйһең ул?

Бесәй:

- Сит телдәр өйрәнә башланым тигән.
 

***
 

Сусҡа өйгә килеп ингән дә электр розетканы күргәс:

- ҡара эле, сусҡаны ҡотҡарыр кәрәк! Замуровали бит, тигән.
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: