+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Сентябрь 2023, 11:04

Булат мәктәптән кәйефе төшөп ҡайтып инә

Булат мәктәптән кәйефе төшөп ҡайтып инә. -Нимә, тағы “икеле” алдыңмы? – ти әсәһе. -Алдым шул. Эх, ҡасан ғына пенсияға сығам инде, – ти улы, ауыр һулап.    

Булат мәктәптән кәйефе төшөп ҡайтып инә
Булат мәктәптән кәйефе төшөп ҡайтып инә

1 сентябрь. 1–се синыфта тәүге дәрес бара.

  • Балалар, бына хәҙер һеҙ уҡыусы булдығыҙ. Дәрестә шым ғына ултырырға кәрәк. Әгәр ҙә берәй һорауығыҙ булһа – ҡул күтәрегеҙ.

Айнур шул саҡ ҡулын күтәрә.

  • Берәй һорауың бар инеме, Айнур?
  • Юҡ та, былай ғына һеҙ әйткәнде тикшереп ҡарарға булдым.

 

Булат мәктәптән кәйефе төшөп ҡайтып инә.

  • Нимә, тағы “икеле” алдыңмы? – ти әсәһе.
  • Алдым шул. Эх, ҡасан ғына пенсияға сығам инде, – ти улы, ауыр һулап.

 

Бер уҡыусы атаһы менән донъяның сәйәси картаһын ҡарап ултыра.

  • Бына был – беҙҙең ил, – ти атай.
  • О–һо, ҡайһылай ҙур ул! – ти улы.

Европаны ентекләп ҡарап сыҡҡас, малай атаһына:

  • Атай, был ниндәй бәләкәй генә ил ул?– тип һорай.
  • Был – Германия.
  • Атай, ә Гитлер беҙгә һуғыш асыр алдынан был картаны күрмәнеме икән ни?! – ти икән малай ғәжәпләнеп.

 

Уҡыусылар тарих музейына экскурсияға барған. Боронғо Египт фирғәүененең мумияһы алдында ике малай гәп һата:

– Ҡара әле, бөтөн тәнен бинт менән урағандар.

– Шулай шул. Боронғо Египет хулигандары ныҡ туҡмағандарҙыр инде быны.

 

Тик уҡыусы менән талип ҡына “Сәғәт нисә?” тигән һорауға “Тағы 15 минут ҡалды” тип яуап бирә.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: