Шәрифәгә өс йәш. Уны күҙен тикшертергә тип табипҡа алып баралар. Табип ҡыҙыҡайға таблицалағы һүрәттәрҙе төртөп күрһәтә.
Шәрифә атты, самолетты әйтә. Әтәсте күрһәткәс, табипҡа:
– Хатта әтәсте лә белмәйһеңме?! – ти, табипҡа, асыулы ғына тауыш менән.
* * *
Асманға биш йәш:
– Өләсәй, Мадагаскар нимә була, беләһеңме?
– Ә нимә була?
– Уйын ул, белгең килһә. Тағын йәнһүрәт тә бар.
* * *
Бер бабай әбейенән һорай ти:
– Әбей, һиңә 8 мартҡа нимә әпирәйем? Әбейе әйтә ти:
– Эй, бабай, миңә хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй инде, ашарымды ашағанмын, кейеремде кейгәнмен. Һин лучше миңә зыяраттан урын һатып алып ҡуй. Шулай тигәс, бабай зыяраттан урын алған, ти. Икенсе йылы 8 март килеп еткән икән, бабай ләм – мим ти бүләк тураһында. Әбей көткән-көткән дә иркәләнеп кенә һорай ҡуйған ти:
– Баба-а-ай, һин быйыл миңә байрамға бүләк апирмәйеңме әллә? Бабай:
– Юҡ! Былтырғы бүләгеңде тотонманың әле, какуй һиңә бүләк!?
* * *
Ҡатын-ҡыҙҙар операһы бара. Ошо мәл сәхнәгә, аҙашып йөрөгән, бер сысҡан йүгереп сыға.
Әртистәрҙең күмәкләшеп, ныҡ ҡурҡып ҡысҡырыуынан, залда ултырған ике мең тамашасының ҡолағы һаңғыраулана яҙа.
* * *
Нисә йыл инде ошо атайыңды тәрбиәләйем! Әммә һаман да тәртипкә өйрәтә алмайым – аҡса янсығын һәр ваҡыт төрлө урынға йәшертеп ыҙалай... – тип зарлана икән әсәһе.