– Беҙ бөгөн дәрестә яҙыштыҡ!
– Ә нимә яҙҙығыҙ?
– Белмәйем. Уҡырға өйрәнмәнек әле!
* * *
Ике уҡыусы урамда туп менән уйнап йөрөй.
– Һеҙҙең йортоғоҙҙан ҡысҡырышҡан ҡыҙыҡ ҡына тауыштар ишетелә? – тип һорай береһе икенсеһенән.
– Әә, минең олатайым атайыма математиканан өйгә эшемде нисек эшләргә кәрәклеген аңлата.
* * *
Уҡытыусы:
– Йылы яҡҡа киткән ҡоштарҙы нисек атайҙар?
– Ял итеүселәр!
* * *
– Зәлифә, әйт әле, әгәр бер кило алма ике һум тора икән, ике кило алма өсөн әсәйең нисә һум аҡса түләргә тейеш була?
– Белмәйем инде, апай, әйтә алмайым, әсәйем ныҡ һатыулаша торған...
* * *
– Фәрит, яҙған иншаң бик оҡшаны! – ти уҡытыусы. – Тик нишләптер уны тамамламағанһың?
– Сөнки атайымды тиҙ генә эшкә саҡырттылар.
* * *
Уҡытыусы:
– Сәлим, Чапаев кем ул?
– Негрҙарҙың башлығы!
– Уныһы тағы ла ниндәй негрҙар?
– Һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, ул аҡтарға ҡаршы һуғышҡан тип.
– Чапаев – ҡыҙылдарҙың юлбашсыһы!
– Нимә, унда индеецтар ҙа ҡатнашҡанмы?