+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Февраль , 12:00

Доктор, мин һәр төндә бер үк төш күрәм

Сысҡандар футбол уйнай унда. – Бына ошо дарыуҙы эс – бөгөндән үктөштәрең бөтөр. – Ә иртәгә эсһәм яраймы? Бөгөн – “фи-нал”...

Доктор, мин һәр төндә бер үк төш күрәм
Доктор, мин һәр төндә бер үк төш күрәм

Атаһы улын тышҡа сана шыуырға алып
сыға:
– Атай, мин башҡа һинең менән сана шы-
уырға бармайым...
– Мыжыма, һөйрә йәһәтерәк! – ти икән
атаһы, ихлас ҡына сана өҫтөндә ятҡан килеш.
**************************************
– Доктор, мин һәр төндә бер үк төш
күрәм, сысҡандар футбол уйнай унда.
– Бына ошо дарыуҙы эс – бөгөндән үк
төштәрең бөтөр.
– Ә иртәгә эсһәм яраймы? Бөгөн – “фи-
нал”...
**************************************
Бер ир, ҡулын өҫкә һелтәй-һелтәй, автобус
артынан йүгерә. Кешеләр уға ҡарап көлә.
– Кеше көлдөрмә инде!
– Көлкөгөҙ яңырыр әле: мин бит – автобус
йөрөтөүсе!
**************************************
Ҡыҙ егетенә, үпкәләп:
– Егет кеше яратҡан ҡыҙын өс һүҙ менән
ҡыуандырырға тейеш: яратам, һатып алам,
барабыҙ!
Егет:
– Ярай, улайһа. Ял итергә яратам, ҡар-
маҡ һатып алам да балыҡ тоторға барабыҙ!
**************************************
Әсәһе улына:
– Улым, көн дә дискотекаға йөрөмә!
Юғиһә, һаңғырау булып ҡалаһың бит!
– Рәхмәт, әсәй, мин туҡмын. Ун минут элек
кенә ашаным.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: