-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
11 Февраль , 12:00

Бөгөн кем, таҡтаға сығып, яуап бирә, уға баһаны бер балға юғарыраҡ ҡуям

Мин, мин сығам! “3”-лө билдәһе ҡуя тороғоҙ...

Бөгөн кем, таҡтаға сығып, яуап бирә, уға баһаны бер балға юғарыраҡ ҡуям
Бөгөн кем, таҡтаға сығып, яуап бирә, уға баһаны бер балға юғарыраҡ ҡуям

Ҡайһы бер ваҡытта һине иҫәр кеүек кү-
реп китәм.
– Ҡайһы берҙә?!
– Ҡалған ваҡытта бөтөнләй шикләнмәйем
дә!
***************************************************
Ғәзим уҡытыусыға өндәшә:
— Айһылыу Илдус ҡыҙы, кешене ҡылмаған
ҡылығы өсөн әрләргә яраймы ул?
— Юҡ, әлбиттә!
— Ура! Шәп, улай булғас, мин өйгә эште
эшләмәгәйнем.
***************************************************
Әгәр кеше был тормошта ысынлап та ҙур
уңыштарға өлгәшкән икән, уның бите “Бәй-
ләнеш”тә түгел, ә “Википедия”ла булырға те-
йеш.
***************************************************
–Бөгөн кем, таҡтаға сығып, яуап бирә, уға
баһаны бер балға юғарыраҡ ҡуям.
– Мин, мин сығам! “3”-лө билдәһе ҡуя то-
роғоҙ...
***************************************************
–Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?
–Белмәйем шул, Гөлнара Ирек ҡыҙы, мин
кисә йоҡларға иртәрәк ятҡайным...
***************************************************
Шәрифәгә — өс йәш. Уның күҙен тикшер-
тергә тип, табипҡа алып баралар. Табип ҡы-
ҙыҡайға таблицалағы һүрәттәрҙе төртөп
күрһәтә.
Шәрифә атты, самолетты әйтә. Әтәсте
күрһәткәс, табипҡа:
– Хатта әтәсте лә белмәйһеңме?! – ти та-
бипҡа асыулы ғына тауыш менән.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: