+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
17 Февраль , 12:20

- Таһир, Чапаев кем ул? - Негр!

- Таһир, Чапаев кем ул? - Негр! - Нисек инде "негр"!?- Ул бит аҡтарға ҡаршы һуғышҡан! Көләмәстәр:

- Таһир, Чапаев кем ул? - Негр!
- Таһир, Чапаев кем ул? - Негр!
Бәләкәй ҡыҙ өләсәһе менән паркҡа йөрөп килергә сыҡҡан. Ә унда скрипкасы концерт ҡуя икән.
Өләсәй эскәмйәгә ултырып концерт ҡарарға булған, ейәнсәрен эргәһенә ултыртҡан. Әммә ҡыҙсыҡҡа был концерт бөтөнләй оҡшамай икән.
Тегеләй-былай боролоп ултыра торғас:
- Өләсәй, был ағай ҡулындағы йәшниген бысып бөткәс тә ҡайтайыҡ, йәме? - тигән ти.
 
***
Айзилә, әсәһенең сәсе ярайһы уҡ салланғанын күреп:

- Әсәй, нишләп һинең сәстәрең ағара ул? - тип һораған.

- Һин тыңламай мине асыуландырғанға ағара, ҡыҙым.

- Әәә, бына ни өсөн өләсәйҙең сәстәре ап-аҡ! - ти икән Айзилә.
 
***

Уҡтыусы:

- Балалар, "О" хәрефе булған һүҙҙәр әйтегеҙ әле.

- Ҡорот...

- Ҡом...

- Ҡолон...

Шул саҡ иң артҡы парта артында ултырған Ғәли:

- Го-о-о-ол! - тип ҡыҡырып ебәрмәһенме.
 
***

- Таһир, Чапаев кем ул?

- Негр!

- Нисек инде "негр"!?

- Ул бит аҡтарға ҡаршы һуғышҡан!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: