+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
1 Март , 16:35

Ҡоҙоҡҡа сумған кәзә

Бер ир һуҡмаҡ буйлап китеп барғанда ҡаршыһына ҡоҙоҡ осрай. Ҡыҙыҡ күреп ир бер бәләкәй ташты ҡоҙоҡҡа елгәрә. Тауыш-тын юҡ. Ситтәрәк кирбес ятҡан була. Ир шуны ҡоҙоҡ эсенә осора. Шап иткән тауыш сыға.

Ҡоҙоҡҡа сумған кәзә
Ҡоҙоҡҡа сумған кәзә
Бер ир һуҡмаҡ буйлап китеп барғанда ҡаршыһына ҡоҙоҡ осрай. Ҡыҙыҡ күреп ир бер бәләкәй ташты ҡоҙоҡҡа елгәрә. Тауыш-тын юҡ. Ситтәрәк кирбес ятҡан була. Ир шуны ҡоҙоҡ эсенә осора. Шап иткән тауыш сыға. Тағы ла берәй ҙурыраҡ нимә юҡмы тип ҡараһа, арыраҡ бер ҙур ғына рельс киҫәге ята икән. Ир кеше рельсты һөйрәп килтереп, ҡоҙоҡҡа ташлауы була, һыуы сәсрәп китә. Рельс артынса уҡ ҡоҙоҡҡа бер кәзә лә елдертә барып сума. Ир аптырап ҡарап торған арала бер әбей килеп:
- Балам, ошонда кәзә йөрөй ине. Күрмәнеңме? – тип һораған.
- Күрҙем, яңы ғына ҡоҙоҡҡа һикерҙе.
- Нисек инде? Ул бит рельсҡа бәйле ине!
Автор:
Читайте нас: