+9 °С
Ямғыр
Көләмәстәр
17 Март 2024, 07:05

Әбей һыйыр һымаҡ һағыҙ көйшәп килеүсе малайға

Маршрут автобусында әбей һыйыр һымаҡ һағыҙ көйшәп килеүсе малайға оҙаааҡ итеп ҡарап ултыра-ултыра ла, эйелеп: – Улым, юҡҡа ғына һөйләйһең. Ҡолаҡтарым барыбер нәмә лә ишетмәй. Дөм һаңғыраумын шул! – тигән ти, зарланып.

Әбей һыйыр һымаҡ һағыҙ көйшәп килеүсе малайғаӘбей һыйыр һымаҡ һағыҙ көйшәп килеүсе малайға
Әбей һыйыр һымаҡ һағыҙ көйшәп килеүсе малайға

Маршрут автобусында әбей һыйыр һымаҡ һағыҙ көйшәп килеүсе малайға оҙаааҡ итеп ҡарап ултыра-ултыра ла, эйелеп:

– Улым, юҡҡа ғына һөйләйһең. Ҡолаҡтарым барыбер нәмә лә ишетмәй. Дөм һаңғыраумын шул! – тигән ти, зарланып.

* * *

Теш табибы пациентҡа:

– Тешегеҙҙе дауалап бөттөм. Ике сәғәт тирәһе ашамай тороғоҙ!

– Ике сәғәт тисе... һеҙҙәге хаҡтар менән ярты йыл ас йөрөргә тура килер әле миңә!

* * *

Мәскәүҙә йәшәүсе бер башҡорт светофорҙа Тойотаһы менән текә генә джиптың күтенә киел ингән, ти. Джиптан бер-бер артлы әзмәүерҙәй, уҫал ҡарашлы дүрт кафказ сырайлы ир килеп тә сыҡҡан.

– Егеттәр, аңлайым. Минең хата! Урамда буҡ сәйнәп тороп булмай бит инде, әйҙәгеҙ, мин яҡында ғына торам. Шунда барыһын да хәл итербеҙ. – ти.

Башҡорттоң фатирына килеп инәләр былар. Башҡорт кәштә артынан боронғо ғына сәйнүген килтереп сығара ла, таз да быз килтереп ыуа башлай. Оҙаҡламай сәйнүктән джин килеп сыға.

– Тыңлайым әфәндем! Ни бойорорһоң?

– Күрмәйһеңме әллә, ҡунаҡтар килгән бит! Йә, йәһәт кенә, сәй-мәй шунда...

– Башҡорт, тыңла әле. Беҙҙең джипты үҙеңә ал. Багажнигында дүрт йәшник доллар ята. Тик ошо сәйнүгеңде беҙгә бирәһең!

– Нимә тиһең инде. Мин ғәйепле бит. Килештек, алығыҙ! – ти башҡорт. )

Теге егеттәр тиҙ генә өйҙәренә ҡайталар ҙа сәйнүкте тызыра башлай. Бына джин килеп сыға ла:

– Хәйерле сәғәттә, яңы әфәнделәрем! Ни бойорорһоғоҙ? – ти.

– Иң тәүҙә, һәр беребеҙгә багажнигы аҡса менән тулы берәр джип!

– Эээ... Дуҫтар, туҡтағыҙ әле, мин башҡорт джины... Мин сәй-мәй генә... ))))

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас