– Айнур, ни өсөн күрше ҡыҙҙан контроль эште күсерҙең?
– Ә ҡайҙан белдегеҙ, Фәнилә Марат ҡыҙы?
– Бишенсе һорауҙа Айгөл «белмәйем» тип яҙған, ә һин «мин дә» тигәнһең.
***
Ҡара әле,"не знаю" нисек тәржимә ителә?
- Белмәйем.
- Ээээххх, береһе лә белмәй..
***
Бер ҡыҙ автобуста китеп барғанда, телефоны шылтырата тей. Сумкаһынан телефонын тапмағас.
- Өйҙә ятып ҡалғандыр - тип әйтә тей.
***
Атай, автомат менән винтовка араһында айырма ниндәй?
– Ҙур, улым. Бына күҙ алдыңа килтер: мин нисек һөйләшәм дә әсәйең нисек...
***
Тәнәфескә сыҡҡас, Гүзәл үҙенең синыфташына:
– Һинең дәрестә ашап ултырғаныңды бер кем дә күрмәй, тип уйлайһыңмы? – ти.
– Күрһендәр, мин бит уларға барыбер бирмәйем.