Дәрестәр эшләнеп бөттө… Әсәһенең тамағы ҡарлыҡты… Күршеләр теманы ятланы... Эт ятлағанды һөйләп бирҙе. Бесәй бишле билдәһе ҡуйҙы…
***
– Ғәле, олатайың иртәгә мәктәпкә килһен!
– Һеҙ әйтергә теләйһегеҙҙер “атайым” тип?
– Юҡ, олатайың! Һинең өйгә эшеңде эшләгәндә ебәргән хаталарын мин уға күрһәтәсәкмен.
***
Уҡытыусы инша тикшереп ултыра, үҙе илап ултыра: нисек итеп йәйге каникулды үткәрергә икәнлеген ниһайәт, ул аңланы. Тик һуң инде… йәше үткән.
***
–Әсәй, һин миңә оҙон еңле күлдәк бирәһеңме?
–Ҡыҫҡа еңле. Ниңә улай һорайһың?
–Белер өсөн... Беләктең ҡайһы еренә тиклем ҡулды йыуырға!
***
Әсәһе ҡыҙын докторға ҡаралырға килтергән дә, һорай ҡуйған:
–Ҡыҙыма әллә нимә булды, гел генә йылмайып тик торасы?
–Ҡыҙығыҙҙың сәстәрен тағы ла нығыраҡ тарттырып үрергә ине.