Уҡытыусы:
– Уҡыусылар, ә ҡайһы йылға оҙонораҡ: Волгамы, әллә Миссисипимы?
– Миссисипи!
– Ә күпмегә оҙонораҡ?
– Теүәл дүрт хәрефкә!
– Гүзәл, ни эшләп унысама ваҡ хәрефтәр менән яҙаһың ул?
– Хаталарым беленмәһен өсөн, Нәркәс Исламовна!
– Ҡалай ваҡыт тиҙ үтә, – тип зарлана улы әсәһенә. – Уянып та өлгөрмәнем, ә мәктәпкә һуңланым да...
Уҡытыусы Илһамды әрләй:
– Ни эшләп һиндә күрше парталашың һымаҡ хаталар киткән ул?
– Һуң, беҙҙе бер уҡытыусы уҡыта бит! – тип яуаплаған Илһам.
Әсәһе улынан һорай:
– Бөгөн контроль эштә нисә мәсьәлә булды?
– Ун!
– Нисәүһе дөрөҫ түгел?
– Берәүһе генә.
– Улайһа, ҡалғандры дөрөҫмө?
– Белмәйем, уларын эшләп өлгөрмәнем...
***
Балалар баҡсаһында тәрбиәсе:
– Уй, Илһам, һиңә ни булды? Ағарып киткәнһең бит!
– Апай, апай, ҡурҡмағыҙ! Мине бөгөн әсәйем йыуындырып ебәрҙе бит!
***
– Фирғәт! Һин ни эшләп тешеңде етенсе тапҡыр таҙартаһың ул? – тип һорай әсәһе.
– Исмаһам, бер аҙна буйы тешеңде таҙарт, тигәнеңде ишетмәҫмен тим!
***
– Балыҡтар ниңә һөйләшмәй?
– Ә һин башыңды аквариумға тығып һөйләшеп ҡара!
***
– Доктор, ниңәлер аяҡтарым ҡарая.
– Йыуып ҡарағаның бармы?
– Бар ҙа ул, тик ике аҙнанан йәнә ҡарая башлай.