Әсәһе улын:
– “Бишле” билдәһе ал, – тип мәктәпкә оҙата. – өс бишле алһаң, бер шикалат алып бирәм, – тигән әсәһе. Малай “икеле” билдәһе менән ҡайтып инә, әсәһе:
– Йә, улым, “бишле” алдыңмы?
– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым, – тип яуаплаған улы.
***
Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорай ҡуя:
– Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ултырғанһыңдыр ул?
***
– Балалар ә хәҙер дәррәү генә смартфондарҙы алабыҙ ҙа, Инстаграмға кереп, мәктәп директорының яңы фотоһына “лайыҡ” ҡуябыҙ.
***
– Балалар, бөгөн контроль эш яҙабыҙ.
– Ә калькулятор ҡулланһаҡ буламы?
– Була.
– Ә ҡабатлау таблицаһын?
– Мөмкин, мөмкин. Ярай, тынысландыҡ, контроль эштең темаһын яҙабыҙ: “Бөйөк Ватан һуғышында партизандар отрядтары”.